ИҪКЕ ЙӘНЙЕГЕТ, Краснокама р‑нындағы ауыл
ИҪКЕ ЙӘНЙЕГЕТ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Йәнйегет а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 58 км һәм Нефтекама т. юл ст. К. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1279 кеше; 1920 — 1525; 1939 — 1582; 1959 — 1055; 1989 — 636; 2002 — 575; 2010 — 529 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.
Ауылға 17 б. башында Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Йәнйегет исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 50 йортта 325 кеше йәшәгән, 1865 й. 165 йортта — 1349 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 19 б. 2‑се ярт. Яңы Йәнйегет бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.Ф.Гәрәев ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов