Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАНИЦА

Просмотров: 703

СТАНИЦА, 1) 16—17 бб. Рәсәйҙә көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығышта ҡарауыл хеҙмәтенең бер төрө. С. составына станица башлығы, 10—20 станица кешеһе, юл күрһәтеүселәр ингән, улар алдан билдәләнгән маршрут б‑са йөрөп, разведка үткәргән һәм халыҡты теге йәки был дошман барымтаһы т‑да иҫкәрткән. Өфө өйәҙендә станица хеҙмәте даими булмаған, уны башҡорттар (ҡайһы ваҡыт Өфөнөң хеҙмәтле кешеләре м‑н маршрутҡа сыҡҡандар) үтәгән. 17 б. башында Башҡортостанға С. Ҡазандан ебәрә башлағандар; 2) бер нисә утарҙы һәм ауылды берләштергән казак торамаһы (адм.‑терр. берәмек). Башында станица атаманы, идара һәм йәмәғәт (хәрби ҡатлам кешеләре) торған. 20 б. башында Ырымбур губернаһында 43 С. иҫәпләнгән.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: