Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫ

Просмотров: 2253

ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫ, 1744 й. мартында И.И.Неплюев инициативаһы м‑н ойошторола. Губерна составына Исәт провинцияһы, Ырымбур провинцияһы, Өфө провинцияһы, Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләре инә. 1745 й. Ы.г. Ставрополь провинцияһы, 1752 й. — Гурьев ҡ. (Әстерхан губ.), 1773 й. — Һамар ҡ. (Ҡазан губернаһынан) ҡушыла. 18 б. аҙ. төньяҡ‑көнбайышта — Вятка губернаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Пермь губернаһы, көнсығышта — Тубыл губ., көньяҡ‑көнсығышта — Урта ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡта — Кесе ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡ‑көнбайышта — Әстерхан һәм Һарытау губерналары, көнбайышта — Ҡазан губ. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәктәре: 1744—81 йй., 1797—1802 йй. һәм 1865 й. алып Ырымбур ҡ., 1802—65 йй. — Өфө (Ырымбур хәрби идара үҙәге булып ҡалған). Шулай уҡ Ы.г. һәм уға ҡараған ерҙәр Ырымбур крайы тип аталған. Майҙаны: 19 б. уртаһында — 311918 км2, 1897 й. — 189727 км2. Халҡы: тәүҙә төп өлөшөн башҡорттар, ш. уҡ урыҫтар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, Ставрополь ҡалмыҡтары, Яйыҡ казактары, күскенселәр (ҡара: Күскенселек хәрәкәте) тәшкил итә; 18 б. аҙ. 760 меңгә яҡын кеше (ш. иҫ. башҡорттар — 157,7 мең); 19 б. уртаһында — 1 млн 779 меңгә яҡын; 1897 й. — 1 млн 600 меңгә яҡын кеше (башҡорттар — 254561, белорустар — 2247, йәһүдтәр — 1844, ҡаҙаҡтар — 4971, мишәрҙәр — 4898, мордвалар — 38403, немецтар — 5457, урыҫтар — 1126040, татарҙар — 92926, типтәрҙәр — 16877, украиндар — 21541, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 41541, сыуаштар — 5064 һ.б.) иҫәпләнә. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 1026732 крәҫтиән, 174960 мещан, 12045 дворян һ.б. була; мосолмандар — 365543, православие динендәгеләр — 1224856 (ш. иҫ. 49984 старообрядсы), протестанттар — 4896, католиктар — 2797, йәһүдтәр — 1195 һ.б. Башында губернатор торған Ырымбур губерна канцелярияһы идара итә. 1780 й. Ставрополь провинцияһы Сембер наместниклығына бирелә. 1781 й. Ы.г. урынына Өфө наместниклығы ойошторола, 1796 й. дек. Ы.г. үҙгәртелә. Губернаға Бөгөлмә өйәҙе, Бөрө өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Өфө өйәҙе, Силәбе өйәҙе (1802 й. алып Бәләбәй өйәҙе һәм Боғорослан өйәҙе ингән), Стәрлетамаҡ өйәҙе, Троицк өйәҙе, Ырымбур өйәҙе инә. 18 б. аҙ. губернала идара итеүҙең кантон системаһы индерелә, Генераль ыҙанлау башлана. Губерна идараһы, Граждандар һәм енәйәт судтары палаталары, Ырымбур ҡаҙна палатаһы, Йәмғиәт ҡараулығы приказы һ.б. булдырыла. 1851 й. Бөгөлмә, Боғорослан һәм Быҙаулыҡ өйәҙҙәре Һамар губернаһына ҡушыла. 1865 й. губерна Ы.г. һәм Өфө губернаһына бүленә. Ы.г. составына Верхнеурал, Орск өйәҙҙәре, Силәбе, Троицк, Ырымбур өйәҙҙәре инә. 1868 й. Ы.г. Турғай өлкәһе һәм Урал өлкәһе бүленеп сыға. 1840 й. — 16, 1866 й. — 6 ҡала теркәлә. Суйын, тимер, баҡыр етештереү; а.х. сеймалын эшкәртеү үҫешкән була. 19 б. уртаһында Ы.г. 289 сәнәғәт пр‑тиеһы, ш. иҫ. 26 тау заводы, 80 күн, 44 туң май иретеү, 29 шарап, 12 шәм, 7 һабын ҡайнатыу, 6 май һығыу һ.б. пр‑тиелар эшләй. Йыл һайын 71 йәрминкә үткәрелә. 1877 й. Ырымбур т. юлы (1901— 05 йй. Ташкентҡа тиклем һалынған), 1912 й. — Троицк т. юлы төҙөлә башлай. 438 мәсет, 249 сиркәү, 132 часовня иҫәпләнгән (1866). Революция (1917) осоронда яңы власть органдары — советтар барлыҡҡа килә. 1917 й. окт. аҙ. А.И.Дутов тарафынан Ы.г. һуғыш хәле индерелә. Нояб. Башҡортостан автономияһы иғлан ителә, уның составына Ы.г. башлыса башҡорттар йәшәгән 70‑кә яҡын улусы инә (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан). 1919 й. сент. Силәбе һәм Троицк өйәҙҙәре Силәбе губернаһына, окт. Верхнеурал өйәҙе Өфө губернаһына бирелә. 1920 й. авг. Ы.г. Ҡырғыҙ АССР‑ы, 1925 й. — РСФСР составына инә, 1928 й. майында Урта Волга өлк. Ырымбур округына үҙгәртелә, 1934 й. дек. Ырымбур өлкәһе ойошторола.

 Әҙәб.: Оренбургскому краю — 250 лет: материалы юбил. науч. конф., посвящ. 250‑летию Оренбургской губернии и 60‑летию Оренбургской области. Оренбург, 1994; С а ф о н о в Д.А. История Оренбургского края. Оренбург, 2006.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023