Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮЗБӘК

Просмотров: 871

ҮЗБӘК, М ө х ә м м ә т (?—1342), Алтын Урҙа ханы (1313—42). Алтын Урҙа ханы Мәңгү-Тимерҙең ейәне. 14 б. башында Урҙала власты яулап ала. Дәүләт власын үҙәкләштерә, ислам динен рәсмиләштерә, архитектура ҡоролмалары (һарайҙар, кәшәнәләр, мәҙрәсәләр, мәсеттәр һ.б.) төҙөүгә булышлыҡ итә. Ислам дине яҡлылар ярҙамында Алтын Урҙала үҙ-ара һуғыштарҙы туҡтатыуға ирешә; һалым системаһын ябайлаштыра, баҫҡаҡтар (баҫып алынған ерҙәрҙәге Алтын Урҙа наместниктары) институтын бөтөрә. Баш ҡаланы Һарай әл-Мәхрүсәнән (Һарай-Батыу) Һарай әл-Йәдиткә (Һарай- Бәрәкә) күсерә. Византия, Көнбайыш Европа илдәре, Мысыр, Һиндостан м‑н дипломатик һәм сауҙа бәйләнештәре булдыра. 1318 й. һәм 1326 й. — Иранға, 1337—38 йй. Польшаға һ.б. дәүләттәргә хәрби походтар ойоштора. Ү. хан идара иткән осорҙа башҡорттарға мосолман миссионерҙары ебәрелә, Хөсәйенбәк имамдың эшмәкәрлеге ошо дәүергә ҡарай. Башҡортостанда халыҡты ныҡлап ислам диненә ылыҡтырыу башлана: мәжүсилек ҡанундары б‑са ерләү иртә мосолман йолаларына алмаштырыла (ҡара: Сейәлек мәҙәниәте), ғәр. графикалы эпитафиялар (ҡара: Мосолман каллиграфияһы, Хөсәйенбәк кәшәнәһе) һәм Ҡөрьән сүрәләре яҙылған ҡәбер таштары барлыҡҡа килә. Хан һарайы ҡарамағындағы оҫтаханала баҫылған аҡса тарала башлай (ҡара: Байғусҡар ҡурғаны II, Берек-Алға торағы, Әзмәт ҡәберлеге I).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: