Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШҠАҘҒАН РУДНИГЫ

Просмотров: 819

ТАШҠАҘҒАН РУДНИГЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Учалы тау-металлургия районы сиктәрендә Уй й. басс. урынлашҡан. Тәүге тапҡыр 18 б. 2‑се ярт. П.С.Палластелгә ала, 1968 й., 1989 й. Е.Н.Черных тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Кварцлы юлаҡ тибындағы ятҡылыҡтың бәләкәй ер өҫтө карьерҙарынан ғибәрәт. Уның мәғдәне урындағы ихтыяждар өсөн файҙаланылған, Кама буйына сығарылған. Т.р. баҡырын иретеүҙе раҫлаған материалдар Абаш мәҙәниәте (Баланбаш, Үрнәк торағы), Һынташты мәҙәниәте (Кесе Ҡыҙыл торағы һ.б.), Турбин ҡәберлектәре ҡомартҡыларында табылған. Т.р. башлыса окисланған мәғдән (азурит, малахит, ковеллин һ.б.) сығарғандар, рудник 19 б. 1‑се ярт. тиклем файҙаланылған. Әҙәбиәттә Т.р. төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан Никольский руднигы м‑н бергә ҡарала.

Әҙәб.: Ч е р н ы х Е.Н., К у з ь м и н ы х С.В. Древняя металлургия Северной Евразии (сейминско-турбинский феномен). М., 1989.

Е.Н.Черных

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: