УСМАН ТОРАМАЛАРЫ
УСМАН ТОРАМАЛАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары. У.т. I б.э.т. 14—13 бб. ҡарай. Ауырғазы р‑ны Усман а. төньяҡ ситендә Өршәк й. уң ярында һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1970 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1993—96 йй. Ю.А.Морозов өйрәнә. 1000 м2 ашыу ер ҡаҙылған. 2 хужалыҡ ҡаралтыһы һәм бағана соҡорҙары булған 2 торлаҡ табылған (уларҙың береһендә нигеҙ ергә бер ни тиклем ҡаҙып һалынған), көнбайыш өлөшөндә — 2 көл өйөмө, уртала — 5 хужалыҡ соҡоро, көньяҡ-көнбайыш стена буйлап киртләстәр (һике тип фараз ителә) асыҡланған; икенсе торлаҡтың иҙәне уртаға ҡарай ауыш, уның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә — йылға яғына ҡараған ишек, төньяҡ өлөшөндә һауыт-һаба ярсыҡтары, хайуан һөйәктәре, көл һәм күмер ҡалдыҡтары тултырылған хужалыҡ соҡоро табылған. Керамика һырҙар һәм тырнаҡ, тешле штамп эҙҙәре баҫып төшөрөлгән геом. фигуралар м‑н биҙәлгән банка формаһындағы һауыттарҙан ғибәрәт. Торамала 18 меңгә яҡын әйбер, ш. иҫ. таш, бронза һәм һөйәк эш ҡоралдары, шлак ҡалдыҡтары табылған. У.т. II б.э.т. 15—14 бб. ҡарай. Усман а. көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Өршәк й. уң ярында урынлашҡан. 1994—95 йй. Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 340 м2 самаһы ер ҡаҙылған. Усаҡлы торлаҡ эҙе табылған. Керамика Бура мәҙәниәте (банка һәм көршәк-банка формаһында, тешле һәм шыма штамптарҙың ҡыя эҙҙәре, һыныҡ горизонталь һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән), Алакүл мәҙәниәте (күп рәтле горизонталь һыҙыҡтар, өсмөйөштәр, кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән), Фёдоровка мәҙәниәте (көршәк формаһында, ҡыя штрихланған өсмөйөштәр, канелюралар, семәрҙәр м‑н биҙәлгән), Межа мәҙәниәте (горизонталь һыҙыҡтар, ҡыя селтәр һымаҡ һыҙаттар м‑н биҙәлгән) һауыттарынан ғибәрәт. Һөйәктән эшләнгән 3 тишкес, хайуан тештәренән яһалған сулпылар, орсоҡбаш табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Ю.А.Морозов
Тәрж. Д.К.Үзбәков
УСМАН ТОРАМАЛАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары. У.т. I б.э.т. 14—13 бб. ҡарай. Ауырғазы р‑ны Усман а. төньяҡ ситендә Өршәк й. уң ярында һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1970 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1993—96 йй. Ю.А.Морозов өйрәнә. 1000 м2 ашыу ер ҡаҙылған. 2 хужалыҡ ҡаралтыһы һәм бағана соҡорҙары булған 2 торлаҡ табылған (уларҙың береһендә нигеҙ ергә бер ни тиклем ҡаҙып һалынған), көнбайыш өлөшөндә — 2 көл өйөмө, уртала — 5 хужалыҡ соҡоро, көньяҡ-көнбайыш стена буйлап киртләстәр (һике тип фараз ителә) асыҡланған; икенсе торлаҡтың иҙәне уртаға ҡарай ауыш, уның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә — йылға яғына ҡараған ишек, төньяҡ өлөшөндә һауыт-һаба ярсыҡтары, хайуан һөйәктәре, көл һәм күмер ҡалдыҡтары тултырылған хужалыҡ соҡоро табылған. Керамика һырҙар һәм тырнаҡ, тешле штамп эҙҙәре баҫып төшөрөлгән геом. фигуралар м‑н биҙәлгән банка формаһындағы һауыттарҙан ғибәрәт. Торамала 18 меңгә яҡын әйбер, ш. иҫ. таш, бронза һәм һөйәк эш ҡоралдары, шлак ҡалдыҡтары табылған. У.т. II б.э.т. 15—14 бб. ҡарай. Усман а. көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Өршәк й. уң ярында урынлашҡан. 1994—95 йй. Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 340 м2 самаһы ер ҡаҙылған. Усаҡлы торлаҡ эҙе табылған. Керамика Бура мәҙәниәте (банка һәм көршәк-банка формаһында, тешле һәм шыма штамптарҙың ҡыя эҙҙәре, һыныҡ горизонталь һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән), Алакүл мәҙәниәте (күп рәтле горизонталь һыҙыҡтар, өсмөйөштәр, кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән), Фёдоровка мәҙәниәте (көршәк формаһында, ҡыя штрихланған өсмөйөштәр, канелюралар, семәрҙәр м‑н биҙәлгән), Межа мәҙәниәте (горизонталь һыҙыҡтар, ҡыя селтәр һымаҡ һыҙаттар м‑н биҙәлгән) һауыттарынан ғибәрәт. Һөйәктән эшләнгән 3 тишкес, хайуан тештәренән яһалған сулпылар, орсоҡбаш табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана. Ю.А.Морозов Тәрж. Д.К.Үзбәков