Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы

Просмотров: 1103

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы [1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сыртлан а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 1944, Украина ССР‑ы], Советтар Союзы Геройы (1944). Сыртлановтар нәҫеленән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Благовещен районының Иҫке Турбаҫлы а., 1941 й. алып Ҡарағанда ҡ. эшләгән. 1943 й. башлап Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армияның 161‑се уҡсылар дивизияһы 569‑сы уҡсылар полкының отделение командиры өлкән сержант С. 1943 й. 23 сентябрендә Украина ССР‑ының Зарубинцы а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары менән бүләкләнгән. С. исеме Благовещен районы Иҫке Турбаҫлы, Шәрип аа., Бүздәк районы Бүздәк а. урамдарға бирелгән, БР‑ҙың Благовещен ҡ. һәм Иҫке Турбаҫлы а. уға бюст, Бүздәк а. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: