Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УТИН Василий Ильич

Просмотров: 910

УТИН Василий Ильич [17.12.1918, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ивановка а. (БР‑ҙың Дәүләкән районы) — 10.12.1941, Украина ССР‑ының Софьино-Раевка а. янында, Камышатка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1942). 1940 й. совет ғәскәрҙәренең Бессарабияға һәм Төньяҡ Буковинаға хәрби походында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Баҡалы районында уҡытыусы булып эшләй. 1939 й. алып СССР Эске эштәр ХК‑ның сик буйы ғәскәрендә. 1941 й. башлап Көньяҡ фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 12‑се армияның 95‑се айырым тәғәйенләнештәге Эске эштәр ХК сик буйы полкының уҡсы-автоматсыһы политрук урынбаҫары У. 1941 й. 9—10 декабрендә Украина ССР‑ының Еленовка һәм Софьино‑Раевка аа. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1942). Герой исеме Дәүләкән ҡ., Баҡалы районы Баҡалы а. һәм Багратионовск ҡ. урамдарға, Ивановка а. һәм Баҡалы районы Буғабаш а. мәктәптәргә бирелгән. Ивановка а. һәм Калининград өлкәһе сик буйы заставаһында уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023