Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ МОШТО, Краснокама р-нындағы ауыл

Просмотров: 714

ИҪКЕ МОШТО, Краснокама р-нындағы ауыл, Яңы Йәнйегет а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 55 км һәм Нефтекама т. юл ст. К. табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1129 кеше; 1920 — 1258; 1939 — 1470; 1959 — 1165; 1989 — 675; 2002 — 645; 2010 — 563 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Татыш а. (хәҙ. Илеш р‑ны Иҫке Татыш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мошто исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 80 йортта 472 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. Яңы Мошто бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ауыл эргәһендә Иҫке Мошто ҡаласығы, Иҫке Мошто ҡәберлеге, Кәкрекүл ҡаласығы, Кәкрекүл торамаһы бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019