Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ МОШТО ҠӘБЕРЛЕГЕ

Просмотров: 928

ИҪКЕ МОШТО ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 3—4 бб. ҡарай. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яры киртләсендә урынлашҡан. 1982 й. асыла, 1988—91 йй. Г.Н. Гарустович, 2002 й. Ф.А.Сөнәғәтов тарафынан өйрәнелә. Ҡатнаш ҡәберлектәргә ҡарай. Тупраҡ өйөп яһалған 200‑ҙән ашыу ҡурғандан тора, 22‑һе тикшерелгән (102 ҡәберлек). Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарына салҡан һалып, баштары м‑н башлыса төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика эре ҡом ҡушып яһалған түңәрәк төплө һауыттан ғибәрәт. Ҡәбергә ҡорал (тимер ҡылыс, бысаҡ, балта, һөңгө остары, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары), ат егеү әйберҙәре (тимер ауыҙлыҡ), бронза һәм көмөш тәңкәләр һәм ҡайыш сигәләре, күбәләк рәүешендәге бронза ҡаптырма м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, биҙәүестәр (бронза беләҙек, сикә сулпылары, йөҙөк, бронза һәм көмөш айыл, муйын сулпылары) һалынған. Ир заты ҡәберҙәренә ҡатын‑ҡыҙ биҙәүестәренән торған ҡорбан комплекстарының булыуы хас. Ҡорбан аҙығы, аҡбур һибелмәһе, күмер ҡалдыҡтары табылған. Ҡомартҡы материалдары БДПУ, Археология һәм этнография музейы фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Сунгатов Ф.А., Гарустович Г.Н., Юсупов Р.М. Приуралье в эпоху великого переселения народов (Старо-Муштинский курганно-грунтовый могильник). Уфа, 2004.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: