Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ АБЗАН, Благовар р-нындағы ауыл

Просмотров: 941

ИҪКЕ АБЗАН, Благовар р-нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 255 кеше; 1920 — 977; 1939 — 878; 1959 — 699; 1989 — 399; 2002 — 364; 2010 — 319 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Күсәрбай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Абзан исеме м‑н нигеҙ һала, 1755 й. алып билдәле. 1778 й. бында Воронеж губ. Темников өйәҙенән (1779 й. башлап Тамбов наместниклығы) мырҙалар Биғлов һәм Саҡаевтар күсеп ултыра. 18 б. аҙағында ш. уҡ кенәздәр, мишәрҙәр, яһаҡлы татарҙар иҫәпкә алынған. Шулай уҡ Бидново булараҡ теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 й. 106 йортта — 660 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, күн эше, эйәр‑өпсөн эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, ҡайыш з‑ды булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 19 б. аҙ. Яңы Абзан бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Й.И.Биғлов ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019