Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ УРЪЯБАШ, Ҡалтасы р-нындағы ауыл

Просмотров: 670

ИҪКЕ УРЪЯБАШ, Ҡалтасы р-нындағы ауыл, Төлдө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 78 км алыҫлыҡта Уръя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 629 кеше; 1920 — 593; 1939 — 544; 1959 — 513; 1989 — 365; 2002 — 343; 2010 — 297 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1653 й. керҙәшлек (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1652 й.) килешеүе б‑са мариҙар Уръябаш исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 121 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 49 йортта — 304 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 4 һыу тирмәне булған. 19 б. уртаһында Яңы Уръябаш а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән. Баҡый Туйкиев ошо ауылда тыуған.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: