Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨЗЛӘҮ

Просмотров: 1259

ӨЗЛӘҮ, башҡорттарҙа тамаҡ м‑н үҙенсәлекле ике тауыш сығарып көйләү, ул саҡта түбән ҡыҫылған орган пункты фонында фиоритур характерҙағы (түбәнге тондан барлыҡҡа килгән обертон тауыштарҙың комбинацияһы) һыҙғырыулы юғары тауыштарҙан көй сыға. Ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау техникаһына оҡшаш. Тәүҙә йола‑тылсым функцияһын үтәгән (ҡара: Магия). Ө. т‑да иң тәүге мәғлүмәттәрҙе И.И.Лепёхин, В.И.Даль һәм В.С.Зефиров яҙып ҡалдырған. Ө. техникаһын тәүге тапҡыр С.Г.РыбаковУрал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында һүрәтләй, фонографҡа 1929 й. И.В.Салтыков яҙып ала, Л.Н.Лебединский тарафынан нотаға һалына һәм “Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре” китабында баҫтырыла. Ө. м‑н ғәҙәттә бейеү көйҙәре һәм марштар, өноҡшаш көйләүҙәр, һирәкләп оҙон көйҙәр башҡарыла. Башҡарыуҙың традицион формаһы — яңғыҙ йәки ансамбль м‑н ҡурайға һәм ҡумыҙға ҡушылып уйнау. Йыш ҡына эпос һәм ҡобайырҙар һөйләгәндә, ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнағанда ҡулланыла. Ө. оҫталары араһында Р.А.Заһретдинов, М.Ғ.Сәләмәтов, Б.Х.Сөләймәнова, С.Юлмөхәмәтов. Шулай уҡ монгол, тыва, ҡалмыҡ, хакас һәм алтай халыҡтарында осрай.

Әҙәб.: Ихтисамов Х.С. Заметки о двухголосном пении тюркских и монгольских народов //Музыка народов Азии и Африки. Вып.4. М., 1984

Л.К.Сәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019