Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОҘОН КӨЙ

Просмотров: 1273

ОҘОН КӨЙ, башҡ. муз. фольклористикаһында мелодик стиль; башҡ. халыҡ музыкаһының жанры. Илаусы‑һыҡтаусылар сәнғәтен камиллаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. О.к. — башҡорттарҙың йырлау оҫталығының иң юғары кимәле. Йыйындарҙа халыҡ йырсыларының һәм ҡурайсыларының ярышын үткәреү О.к. үҫешенә булышлыҡ итә. О.к. башҡарған йыр‑ сылар араһында, ғәҙәттә, юғары тауыштар (тенор һәм сопрано) өҫтөнлөк итә. О.к. тәүге яҙмаһы Р.Г.Игнатьевтың архив материалдарынан табыла, 1893 й. Ҡазан ун‑ты ойошторған экспедиция ваҡытында Н.Ф.Катанов тарафынан фонографҡа яҙып алына. О.к. тәүге өлгөләрен С.Г.Рыбаков үҙенең “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтыра. И.В.Салтыковтың “Башҡорт йырҙарының тарихы һәм анализы” (“История и анализ башкирских песен”) хеҙмәтендә һәм Л.Н.Лебединскийҙың Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре” китабында О.к. башҡ. халыҡ музыка жанры булараҡ ҡарала, артабан тикшеренеүҙәр Р.Ф.Зелинский, Х.С.Ихтисамов, Ф.Х.Камаев тарафынан дауам ителә. Көйҙөң интонацион яҡтан баҙыҡ, киң диапазонлы (дециманан ике октаваға тиклем һәм киңерәк) һәм дөйөм көй хәрәкәтенең түбәнәйеүгә ынтылышлы булыуы О.к. төп үҙенсәлеге булып тора. Уға ярым тонһыҙ тауыштар рәтенә таяныу, речитатив-интонацион ҡоролоштарҙың, биҙәкле, киң һуҙып башҡарылыусы ижектәрҙең һәм “аһай”, “эһей” ымлыҡтарының сиратлашыуы хас. О.к. тексы дүрт юллыҡ шиғырҙан тора, 10—9 ижекле ике шиғри юлы психологик һәм ритм-синтаксик параллелизм аша берләшә. Күпселек О.к. йөкмәткеһе йәмғиәт йәки айырым кеше тормошонда урын алған ҡайғылы ваҡиғаларға бәйле: колониялаштырыу һөҙөмтәһендә община ерҙәрен юғалтыу (“Сәҙе буйы”, “Шарлы урман”, “Ямантау”), ихтилалдар һәм уларҙы баҫтырыу (“Киҙәгәс”, “Тәфтиләү”), башҡорттарҙың хәрби хеҙмәткә йәки фронтҡа китеүе (“Икенсе эскадрон”, “Сәңгелдәк йыры”, “Эскадрон”, “Әрме”), ҡаҙаҡтар яуы ваҡытында башҡ. батырҙарының һәләк булыуы (“Ғәбделвәхит”, “Малбай”), һөргөнгә ебәрелеү (“Буранбай”, “Шафиҡ”, “Шаһибәрәк”, “Шәрәфетдин”), һөйгәндәрҙең айырылышыуы йәки һәләк булыуы (“Зөлхизә”, “Мәҙинәкәй”, “Сәлимәкәй”, “Таштуғай”), фажиғәле үлем (“Ғәзизәкәй”, “Зәлифәкәй”, “Ильяс”, “Кәмәлек”). О.к. ижад итеүселәр йырҙың геройы йәки уның яҡындары (“Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Искәндәр”, “Томан”, “Хәжеғәли”, “Һөнәш Үҙәнбаев”), йырсылар һәм ҡурайсылар (“Азаматов кантон”, “Ҡолой кантон”, “Саңлы үҙәк”, “Шәһүрә — аҫыл ҡыҙ бала”) була. О.к. башҡарыу алдынан йырҙың легендаһы һөйләнелә, авторы, дәүере, ваҡиға барған урын атала. О.к., ғәҙәттә, ҡурайға ҡушылып башҡарыла, уның инструменталь версиялары ла була. Шулай уҡ монголдарҙа һәм венгрҙарҙа осрай. О.к. башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, Я.Ф.Аҡмырҙин, Буранбай сәсән, Ғәбит сәсән, Р.Ф.Йәнбәков, Ф.Ә.Килдейәрова, М.А.Ҡаҙаҡбаев, И.Ә.Солтанбаев, А.А.Солтанов, Ғ.З.Сәфәрғәлин, М.Х.Хисмәтуллин, Ғ.Ғ.Хәмзин, Я.Х.Хәмзин, М.Ә.Шаимова, Ғ.С.Әлмөхәмәтов һ.б.

Әҙәб.: И х т и с а м о в Х.С. К вопросу о формообразующей роли ритма башкирской протяжной песни озон‑кюй: О цикличности ритмического развития // Научно-методические записки Уфимского государственного института искусств. Уфа, 1973. Вып. 1; Башкирские народные протяжные песни /сост. Л.Сальманова. Уфа, 2007; Г а л и н а Г.С. Башкирская народная музыка. Уфа, 2013.

Л.Ҡ.Сәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023