Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УРАЛ”, халыҡ йыры

Просмотров: 1595

“УРАЛ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың тексын тәүге тапҡыр М.А.Буранғолов 1915 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Һабыр а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) халыҡ йырсыһы Әфләтүн сәсәндән, 1920 й. Ғәбит сәсәндән яҙып ала, Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫтырыла. Варианттарын С.Ә.Галин, Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, И.В.Салтыков, Р.С.Сөләймәнов яҙып алған. Йыр лирик‑эпик характерҙа. Йырҙа Урал образы Тыуған илде символлаштыра. Легендаһы б‑са “У.” 14—16‑сы бб. уртаһында барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. Йырҙа Ете башҡ. ҡәбиләһе союзы (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре) ойошторолоуына бәйле тарихи ваҡиғалар сағылдырылған; уның тәүге атамаһы — “Ете ырыу” шунан килеп сыҡҡан. Крайҙы колониялаштырыу, башҡорт ихтилалдары (17—18‑се бб.) осоронда “У.” тыуған ерҙе һаҡлау һәм исемһеҙ батырҙарҙы данлауҙың төп темаһы, колониаль һәм соц. иҙеүгә ҡаршы көрәшкә саҡырыуҙың төп лейтмотивы булып тора. Көйө киң диапазон (дуодецима), талғын темп, бай биҙәкле ижектәрҙе һуҙып көйләү м‑н айырыла. Башҡарыусылар араһында йырсылар С.Ә.Абдуллин, М.С.Ғәйнетдинов, Ф.Ә.Килдейәрова, А.А.Солтанов, М.Х.Хисмәтуллин, ҡурайсылар Ю.И.ҒәйнетдиновДилмөхәмәтовтар, Й.М.Иҫәнбаев. “У.” А.Т.Кәримов, Әхмәтов тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән. Йырҙы Н.Ә.Дауытов “Халҡым йырҙары” вокаль‑симфоник циклында, көйөн З.Ғ.Исмәғилев ике башҡ. халыҡ темаһына Увертюраһында һәм бөтә операларында, Ключарёв “Урал” муз. картинаһында, М.М.Вәлиев симфоник оркестр өсөн “Легенда” әҫәрендә, Р.Ә.Мортазин һәм Әхмәтов “Совет Башҡортостаны” (“Советская Башкирия”) документаль фильмында ҡуллана. “У.” көйөнөң темаһы Дәүләт гимнында файҙаланылған. Йыр киң таралған, “Боронғо Урал”, “Иҫке Урал”, “Ҡыҫҡа Урал” исемдәре м‑н йөрөтөлгән варианттары бар, улар төрлө тексҡа һалынған һәм һалмаҡ көй йәки оҙон көй стилендә башҡарыла.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се китап. Өфө, 1974.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Г.С.Хәмитова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023