Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1

Просмотров: 833

ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ 1, 1922 й. БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Аҙнағол а. (хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны) 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1923 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе. 1926 й. шул уҡ кантондың Туймазы станцияһы ҡасабаһына (хәҙ. Туймазы ҡ.) күсерелә. 1930 й. башлап тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. — хәҙ. статусын ала, 1939 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә (1940—99 йй. М.Ғафури ис.). Компьютер класы, китапханаһы, слесарлыҡ, токарлыҡ һәм тегеү оҫтаханалары, “Беренсе урта” исемле мәктәп тарихы музейы, мед. пункты, тамаша һәм спорт залдары, уҡыу-тәжрибә участкаһы бар. Урта мәктәпте 2,6 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында М.М.Саҙриев, Н.Р.Сәйфуллин, Ә.С.Сәмиғуллин. Мәктәп терр‑яһына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға һәйкәл (1972), бинаһына Афғанстандағы хәрби хәрәкәт ваҡытында һәләк булған М.Г.Мәзитовҡа (2005) һәм техник ф. д‑ры Е.П.Чуровҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Туймазинская первая школа. Время и люди. 1922—2000 г. Туймазы, 2000.

И.Е.Боронников

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: