Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ СУСАҘЫБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 585

ИҪКЕ СУСАҘЫБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 482 кеше; 1920 — 421; 1939 — 367; 1959 — 302; 1989 — 189; 2002 — 180; 2010 — 172 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сусаҙы-Ябалаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) Сусаҙыбаш исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 164 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 102 йортта — 508 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. Яңы Сусаҙыбаш а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: