Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ШЫҒАЙ, Бүздәк р-нындағы ауыл

Просмотров: 619

ИҪКЕ ШЫҒАЙ, Бүздәк р-нындағы ауыл, Сабай а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 45 км алыҫлыҡта Шығай й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 882 кеше; 1920 — 812; 1939 — 658; 1959 — 433; 1989 — 193; 2002 — 184; 2010 — 153 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1738 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Гәрә улусы Зийәш а. һәм Ҡырғыҙ улусы Әлем а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны Иҫке Зийәш һәм Иҫке Әлем аа.) башҡорттары Шығай (тәүге төпләнеүсе Шығай Ишемов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 64 йортта 463 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Шығай бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

З.М.Цуканова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: