ҮЗБӘК ТЕЛЕ
ҮЗБӘК ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡарлыҡ төркөмө). Үзбәктәрҙең милли теле, Үзбәкстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Афғанстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, РФ‑та, Тажикстанда, Төркмәнстанда таралған. Һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 20 млн (1995), ш. иҫ. БР‑ҙа — 19 меңдән ашыу кеше (2002). Уйғыр теленә яҡын. Ҡарлыҡ‑уйғыр ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Иҫке үзбәк теле 13 б. формалаша. Хәҙ. аралашыу теле диалекттары генетик яҡтан төрлө: уларҙың формалашыуында ҡарлуҡ, ҡыпсаҡ, уғыҙ диалект төркөмдәрендә һөйләшеүселәр ҙә ҡатнаша; фонетик билдәләре б‑са 2 төркөмгә бүленә: о‑лаштырып һөйләшеүселәр (Ташкент, Сәмәрҡәнд, Бохара ҡҡ. һәм уларға сиктәш райондарҙың һөйләштәре) һәм а‑лаштырып һөйләшеүселәр (һүҙ башында [й] йәки [дж] тартынҡыһы ҡулланыуға ҡарап, 2 төркөмсәһе айырыла). Хәҙ. әҙәби Ү.т. нигеҙендә о‑лаштырып һөйләшкән ташкент‑фирғәнә төркөмө ята. Фонетикаһына беренсел оҙон һуҙынҡыларҙың булмауы һәм икенсел оҙон һуҙынҡыларҙың булыуы хас, ул тартынҡы өндәрҙең төшөп ҡалыуына бәйле; беренсе ижектәге [а] һуҙынҡыһының даими рәүештә иренләшмәгән [о] һуҙынҡыһына күсеүе күҙәтелә, сағ.: үзбәксә “тош” т[о]ш — башҡ. таш т[а]ш, “босма” б[о]сма — баҫма б[а]ҫма. Морфологияһына сингармонизм булмауы һөҙөмтәһендә аффикстарының бер вариантлы булыуы хас. Ү.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; ғәрәп теленән һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр күп. 20 б. 20‑се йй. аҙ. тиклем яҙыуы ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, һуңынан — латиницала, 40‑сы йй. алып кириллицала башҡарыла. 2000 йй. алып яңынан латин алфавиты ҡулланыла. 15 б. шағирҙары Науаи, Бабур әҫәрҙәре иң боронғо яҙма ҡомартҡылар булып тора.
Әҙәб.: К о н о н о в А.Н. Грамматика современного узбекского литературного языка. М.; Л., 1956. Б а с к а к о в Н.А. Введение в изучение тюркских языков. М., 1969.
Э.Ф.Ишбирҙин
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов