Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ГУБЕРНА ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ КОМИССИЯҺЫ

Просмотров: 1204

ӨФӨ ГУБЕРНА ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ КОМИССИЯҺЫ, К о н т р р е в о л ю ц и я ғ а  һ ә м  с а б о т а ж ғ а  ҡ а р ш ы  к ө р ә ш  б у й ы н с а Ө ф ө  г у б е р н а ғ ә ҙ ә т т ә н  т ы ш  к о м и с с и я һ ы, 1918 й. 17 мартында Өфөлә Өфө губерна революцион комитеты ҡарары м‑н ойошторола. Өфө губерна башҡарма комитеты һәм Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы ҡарамағында була. 1922 й. коллегиянан, агентура, комендант, ойоштороу, хәбәр еткереү, махсус, бандитлыҡҡа ҡаршы көрәш, йәшерен, иҡт. бүлектәренән, тикшереү часынан, эске хеҙмәт ғәскәрҙәре батальонынан тора. Тәүҙә өйәҙ ғәҙәттән тыш комиссияларының (1919 й. ғин. бөтөрөлә), артабан милицияның урындағы органдары эргәһендәге ғәҙәттән тыш комиссияларҙың сәйәси бюроһы эшенә йүнәлеш бирә. Сәйәси репрессиялар үткәрә, “Ҡарағош яуы”н һ.б. баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1922 й. февр. бөтөрөлә, уның бурыстары АСБР ҮБК ҡарамағындағы Башҡ‑н өлкә дәүләт сәйәси идаралығына (ҡара: Дәүләт именлеге органдары) тапшырыла. Ө.г.ғ.т.к. рәйестәре: П.И.Зенцов (1918 й. март—июле; 1919 й. ғин.—марты, авг.—дек.), И.П.Павлуновский (1918 й. дек., 1919 й. июне), Н.А.Долгирёв (1919 й. июнь—июле), К.В.Рындин (1919 й. дек. — 1920 й. июле), С.Т.Галкин (1920 й. июле — 1922 й. марты).

Е.П.Асабин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019