ӨЛӨШ
2254
ӨЛӨШ, м ө с ә й, башҡорт аш-һыуындағы традицион ит аҙығы. Майлы һарыҡ, йылҡы, һыйыр, һирәгерәк ҡош итенән әҙерләнә. Итте бешерәләр һәм өлөштәргә бүлеп табаҡҡа һалалар, ҡайһы берҙә ҡаҙы, тултырма, һалма өҫтәйҙәр, өҫтөнә һурпанан һөҙөп алынған тоҙлоҡ ҡоялар. Ө. м‑н бергә һоғондороу йолаһы (ҡулдан ашатыу) булған, уға ярашлы, оло хөрмәт йөҙөнән хужалар һәм ҡунаҡтар бер-береһен ит м‑н һыйлаған. Ө. йыйын, майҙан, һабантуй, туй һ.б. саралар үткәргәндә байрам табынына ҡуйылған. Ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, уйғыр, татар, төркмән, үзбәк һ.б. халыҡтарҙың аш-һыуында осрай.
Э.В.Миһранова
Тәрж. М.В.Хәкимова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Энциклопедиялар: