Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҘ УРЛАУ

Просмотров: 944

ҠЫҘ УРЛАУ, ҡыҙҙы урлап алыу юлы м‑н ғаилә ҡороу. Ҡәтғи экзогамия хөкөм һөргән общиналарҙа таралған күренеш. Башҡорттарҙа борондан килгән йола; йола хоҡуғы нормалары м‑н көйләнгән. Ҡ.у. йышыраҡ, туй йолаларын үтәүгә киткән сығымдарҙы кәметеү өсөн, ҡыҙ м‑н ата-әсәһенең ризалығы б‑са (һи‑ рәкләп ата-әсә ризалығынан тыш) башҡарылған. Ҡыҙ алдан һөйләшелгән урынға (ғәҙәттә кискә ҡарай) килгән, һәм уны урлап алып киткәндәр. Йәштәрҙе кейәүҙең өйөндә, изге теләктәр теләп, еңгәһе йәки апаһы ҡаршы алған. Иртәгәһенә кейәү, никах, туй үткәреү т‑да һөйләшеү өсөн, ҡыҙҙың ата-әсәһенә барған; һуңыраҡ ата- әсәһе яусы һәм кейәү үнгәре м‑н бүләктәр, һый алып килгән. Ҡыҙҙы уның ризалығынан тыш урлаған осраҡта (бындай хәл һирәк, нигеҙҙә, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында күҙәтелгән) егет ҡыҙҙы алдан әҙерләп ҡуйылған урынға алып барған. Ҡыҙ атаһы йортона ҡараңғы төшкәнсе ҡайтып етмәһә, һуңынан ҡайта алмаған. Күпмелер ваҡыт үткәс, кейәү ҡыҙҙың ата-әсәһенә барып, фатиха һәм никах уҡытыуға рөхсәт һораған. Ҡайһы ваҡыт атаһы йыл буйы ҡыҙына үҙ йортона килергә рөхсәт бирмәгән, кейәүҙең ҡунаҡтарын, туғандарын ҡабул итмәгән. Кейәүҙең ата-әсәһе, ғәйебен танып, ҡыҙҙың ата-әсәһенән ғәфү үтенгәндән һуң, кәңәш ҡорғандар. Туй һәм йола б‑са бүләктәр алмашыу булмаған. Атай кеше Ҡ.у. риза булмаһа, егеттең өйөнә килеп, ҡыҙын алып ҡайтҡан.

Ҡ.у. байтаҡ төрки халыҡтарҙа булған. “Ҡара юрға” эпосында, “Ғәйшә”, “Ғилмияза” легендаларында һ.б. фольклор әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. 20 б. башында бик һирәк осраған, ҡыҙ ҡоҙалау мәлендә урлауға оҡшатып үткәрелгән йола (кейәүҙең, кис килеп, йәшерелгән кәләшен эҙләүе) рәүешендә, туйҙан һуң ҡыҙҙың бер йыл буйына ата-әсәһе м‑н аралашыуҙан ҡасыуы (улар м‑н һөйләшеү, исемдәрен атау, йөҙөн күрһәтеү тыйылған) кеүек формала һаҡланып ҡалған.  

Әҙәб.: Руденко С.И. Башкиры: ист.-этногр. очерки. Уфа, 2006; Султангареева Р.А. Жизнь человека в обряде: фольк.-этногр. иссл. башк. семейных обрядов. Уфа, 2006.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: