Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕПАНОВ Александр Николаевич

Просмотров: 750

СТЕПАНОВ Александр Николаевич (25.9.1910, Өфө ҡ. — 10.5.1991, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө тимер юл ст. эшләгән. 1944 й. авгусынан алып 1‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы 13‑сө гвардия уҡсылар дивизияһы 42‑се гвардия уҡсылар полкының уҡсылар взводы командиры урынбаҫары гвардия сержанты С. 1945 й. 24 ғинуарында Олау ҡ. (хәҙер Олава ҡ., Польша) янында Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Дим тимер юл ст. вокзал начальнигы булып эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1950) ордендары менән бүләкләнгән. Өфө ҡ. С. исеме 141‑се урта мәктәпкә бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023