Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАПАС ҒӘСКӘРҘӘР ИДАРАЛЫҒЫ

Просмотров: 871

ЗАПАС ҒӘСКӘРҘӘР ИДАРАЛЫҒЫ, 1920 й. февр. Стәрлетамаҡ ҡ. АСБР З.ғ.и. булараҡ ойошторола. Составына строевой, сәйәсәт, санитария, тәьминәт бүлектәре инә. Башҡ. республикаһы Хәрби эштәр б‑са ХК‑ның 1919 й. 8 мартындағы 85‑се бойороғо б‑са З.ғ.и. начальнигына Башҡ. запас уҡсылар полкы, Айырым Башҡ. еңел батареяһы, запас кавалерия дивизионы, уҡсылар батальоны, эскадрон, Айырым саңғысылар батальоны, Түб. командирҙар составын әҙерләү мәктәбе, Тыл ополчениеһы ротаһы һ.б. буйһондорола. Башҡ. республикаһы ғәскәри частарының строевой, хәрби һәм сәйәси әҙерлеген һәм Башҡорт айырым кавалерия бригадаһын, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһын һәм Башҡорт айырым кавалерия дивизияһын тулыландырыуҙы тәьмин итә. 1920 й. окт. Волга аръяғы хәрби округы бойороғо м‑н АСБР З.ғ.и. бөтөрөлә. Нач. — Х.Н.Әхмәров.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: