Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАПАС ПОЛКТАР

Просмотров: 1314

ЗАПАС ПОЛКТАР, хәрби хәрәкәттәге армияны тулыландырыу өсөн ғәскәри частар. Башлыса ҡалаларҙа урынлаша һәм уларҙың гарнизондары нигеҙен тәшкил итә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Ҡазан хәрби округында 103‑сө, 127‑се һәм 144‑се (Өфө), 104‑се, 105‑се һәм 331‑се (Ырымбур ҡ.), 109‑сы һәм 163‑сө (Силәбе ҡ.), 128‑се (Златоуст ҡ.), 129‑сы (Бөгөлмә ҡ.), 130‑сы һәм 169‑сы (Боғорослан ҡ.), 131‑се (Троицк ҡ.), 133‑сө һәм 170‑се (Быҙаулыҡ ҡ.) һәм 152‑се (Бәләбәй ҡ.) запас пехота полктары, 1‑се (Ырымбур), 2‑се (Верхнеурал ҡ.) һәм 3‑сө (Троицк) Ырымбур запас казак полктары урынлаша. Революция (1917) барышында З.п. күп кенә хәрби хеҙм‑рҙәре демонстрацияларҙа, йыйылыштарҙа һәм сыуалыштарҙа (7 майҙа Бәләбәйҙә, 7 июндә, 12 сент. һәм 16 окт. Өфөлә һ.б.) ҡатнаша, “азатлыҡ легиондары” на (ҡара: Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары) яҙыла. 1918 й. БрестЛитва тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һәм РСФСР һуғыштан сыҡҡандан һуң, рус армияһының З.п. таратыла. Граждандар һуғышы осоронда элекке З.п. хәрби хеҙм‑рҙәренән Ҡыҙыл Армияның яңы хәрби частары, ш. иҫ. 2‑се (144‑се запас пехота полкы хәрби хеҙм‑рҙәренән) һәм 13‑сө (109‑сы һәм 163‑сө запас пехота полктарынан) мосолман пехота полктары төҙөлә. 1918 й. Башҡорт ғәскәре составында запас уҡсылар полкы ойошторола, 1919 й. йәйендә РСФСР Реввоенсоветының 615‑се бойороғона ярашлы, РККА‑ның башҡ. милли частары личный составын тулыландырыу өсөн, Башҡ. запас уҡсылар полкы төҙөлә. 1919 й. авг. полк 5000 кешенән тора, 1920 й. ғин. — даими составта 426 кеше һәм үҙгәреүсән составта 1804 кеше, апр. — 4500 кеше, сент. 3841 ҡыҙылармеец һәм командирҙар составында 108 кеше иҫәпләнә. Полк 1919 й. көҙөнән алып — Юрматы кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны), 1920 й. 30 мартынан — Табын кантоны Табын а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны), июлдән Юрматы кантоны Аллағыуат а. урынлаша. 1920 й. февр.— окт. АСБР‑ҙың Запас ғәскәрҙәр идаралығына буйһона. Полктан 1919 й. окт. — 900 кеше, 12 нояб. — 1 мең кеше Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнә, 1920 й. 1 майында — 500 кеше Башҡ. айырым уҡсылар батальонына, 4—5 июлдә 8 марш ротаһы (2086 ҡыҙылармеец) Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһына ебәрелә. Граждандар һуғышынан һуң таратыла. Полк ком. — Х.Һөйөндөков. Икенсе донъя һуғышы йылдарында БАССР терр‑яһында Көньяҡ Урал хәрби округында ун икенсе запас уҡсылар дивизияһы һәм икенсе запас кавалерия бригадаһының З.п. урынлаша. Окт.—нояб. БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Аллағыуат, Кесе Аллағыуат һәм Покровка аа. 1941 й. июлендә Елец ҡ. Орёл хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы бойороғо б‑са ойошторолған 2‑се айырым запас элемтә полкы урынлаштырыла. Уның составына 6 запас элемтә батальоны һәм махсус подразделениелар инә. 1941 й. июле — 1942 й. мартында полкта 15,5 мең элемтә белгесе әҙерләнә. 1942 й. мартында Көньяҡ Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы бойороғо б‑са таратыла. Ком. — полк. И.П.Сельков.

М.Ә.Бикмәев, Р.Н.Рәхимов, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019