Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ БАЛАҠАТАЙ, Балаҡатай р-нындағы ауыл

Просмотров: 979

ИҪКЕ БАЛАҠАТАЙ, Балаҡатай р-нындағы ауыл, Иҫке Балаҡатай а/с үҙәге.  Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 47 км алыҫлыҡта Васйылға й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2264 кеше; 1920 — 3054; 1939 — 1727; 1959 — 1322; 1989 — 874; 2002 — 913; 2010 — 825 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, коррекция мәктәп‑интернаты, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Бала‑Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан губ. Пермь наместниклығының дәүләт крәҫтиәндәре Балаҡатай а. булараҡ нигеҙ һала. Исеме этнонимдан алынған (ҡара: Ҡатай). 1795 й. 44 йортта 241 кеше йәшәгән, 1865 й. 214 йортта — 1307 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү, ылаусылыҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1836 й. төҙөлгән), 2 тире эшкәртеү з‑ды, 4 һыу тирмәне, 15 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 19 б. башында Яңы Балаҡатай бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, 4 һыу тирмәне, керәндил бешереү, 2 май һығыу һәм 7 ярма һурҙырыу оҫтаханаһы, 1 шарап һәм 7 бакалея кибете, 10 тимерлек, кирбес яһау һәм тире эшкәртеү з‑дтары, мөгәзәй булған; улус идараһы урынлашҡан. 1930—33 йй. — Иҫке Балаҡатай районының адм. үҙәге. И.С.Дятлов, П.Н.Куповых ошо ауылда тыуған.

 

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019