Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ЕЖОВ, Бөрө р-нындағы ауыл

Просмотров: 724

ИҪКЕ ЕЖОВ, Бөрө р-нындағы ауыл, Берёзовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 588 кеше; 1920 — 558; 1939 — 605; 1959 — 283; 2002 — 103; 2010 — 89 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала, тип фараз ителә, 1780 й. Ежов исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ башҡорттар ҙа йәшәгән. 1865 й. 83 йортта 541 кеше теркәлгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне, пристань булған. 19 б. аҙ. Яңы Ежов бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. ел тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. С.Е.Беляев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019