Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ИЛЕКӘЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1032

ИҪКЕ ИЛЕКӘЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 4 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 515 кеше; 1920 — 511; 1939 — 494; 1959 — 304; 1989 — 210; 2002 — 184; 2010 — 169 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы Сыпсыҡ а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Илекәй (тәүге төпләнеүсе Илекәй Иҫәнбәтов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1808 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр урынлаша. 19 б. 1‑се ярт. хәҙ. исемен йөрөтә. Шулай уҡ Күскилде, Иҫке Икшәй, Иҫке Ауыл исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 72 йортта 459 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 бакалея кибете, 6 һыу тирмәне теркәлгән. Ф.Ғ.Ғәлимйәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019