Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ҠЫРҒЫҘ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 882

ИҪКЕ ҠЫРҒЫҘ, Илеш р‑нындағы ауыл, Яңы Айыу а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 34 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 141 км алыҫлыҡта Миңеште й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1036 кеше; 1920 — 1117; 1939 — 927; 1959 — 870; 1989 — 533; 2002 — 508; 2010 — 439 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Ағиҙел” халыҡ фольклор‑эстрада ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1618 й. алып Ҡырғыҙ исеме м‑н билдәле. 18 б. уртаһында Яңы Ҡырғыҙ а. (хәҙ. Үрге Юлдаш а.) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. тиклем бында керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар, татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. 1795 й. 22 йортта 137 кеше йәшәгән, 1865 й. 113 йортта — 563 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тирмән, бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендә Иҫке Ҡырғыҙ ҡәберлеге урынлашҡан. И.Т.Шәйәхмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019