Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ҠАБАН ҠӘБЕРЛЕГЕ

Просмотров: 733

ИҪКЕ ҠАБАН ҠӘБЕРЛЕГЕ, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. 3—5 бб. ҡарай. Ағиҙел ҡ. эсендә Ағиҙел й. иҫке үҙәненең уң яры морононда урынлашҡан. 1959 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла, 1967—70 йй. С.М.Васюткин өйрәнә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай. 155 ҡәбер өйрәнелгән. Ерләү ҡоролмалары рәт‑рәт булып урынлашҡан ябай ҡәбер соҡорҙарынан (тәрәнлеге 0,5—1,15 м) тора; ағас табут, түшәмә ҡалдыҡтары асыҡланған. Мәйеттәр салҡан һалып, баштары м‑н башлыса көнбайышҡа йәки төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика ҡабырсаҡ ҡушып яһалған, ауыҙы тирәләй һырҙар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттан ғибәрәт. Ҡәбергә ҡорал (бысаҡтар, уҡ башаҡтары, һөңгө остары), эш ҡоралдары (балталар) һалынған. Тәңкә м‑н биҙәлгән ҡайыш билбау (мәйет буйлап һалынған) һәм мәйеттең баш осондағы ҡорбан биҙәүестәре комплексы — ерләү йолаһына хас үҙенсәлектәр. Мәжитов фекеренсә, ҡомартҡы — Бахмут мәҙәниәтенең иртә осорона, Т.И.Останина б‑са, Мазунин мәҙәниәтенә ҡарай.

Әҙәб.: Васюткин С.М., Останина Т.И. Старо‑Кабановский могильник — памятник мазунинской культуры в Северной Башкирии //Вопросы истории и культуры Удмуртии. Устинов, 1986; Останина Т.И. Население Среднего Прикамья в III—V вв. Ижевск, 1997.

Ә.Н.Солтанова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: