Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ДҮРТЕКӘЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 808

ИҪКЕ ДҮРТЕКӘЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Һәйтәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 361 кеше; 1920 — 399; 1939 — 232; 1959 — 86; 1989 — 101; 2002 — 102; 2010 — 83 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Уҫы даруғаһы Таҙлар һәм Ҡыр‑Һунлар улустары башҡорттары үҙ ерҙәрендә Дүртекәй (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улы Солтанғәли Дүртекәев билдәле) исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фаразлайҙар. 18 б. 1‑се ярт. Яңы Дүртекәй а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1768 й., 1812 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. 1865 й. 52 йортта 296 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: