Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТОЛЫПИН АГРАР РЕФОРМАҺЫ

Просмотров: 1160

СТОЛЫПИН АГРАР РЕФОРМАҺЫ, 1906—17 йй. Рәсәйҙә крәҫтиән ер биләүселеге реформаһы. Министрҙар советы рәйесе П.А.Столыпин инициативаһы м‑н община ер биләүселеген бөтөрөү, крәҫтиәндәрҙең ерен күбәйтеү, ергә хосуси милекселек, крәҫтиән хужалығының тауарлылығын арттырыу нигеҙендә крәҫтиән хужалығы эшмәкәрлеген интенсивлаштырыу өсөн үткәрелгән. 1906 й. 9 нояб. указға ярашлы, крәҫтиәндәргә ауыл общинаһынан сығырға һәм үҙенең һөрөнтө ерҙәрен хосуси милек итеп нығытырға рөхсәт ителгән, ул ер община тарафынан бүленә алмаған һәм мираҫ итеп тапшырыла торған ер милкенә әүерелгән. Общинанан сыҡҡан крәҫтиәндең үҙ ерҙәрен отрубҡа берләштереү йәки унда үҙ хужалығын күсереп, утарға әйләндереү мөмкинлеге булған, дөйөм сабынлыҡтар, урман, көтөүлектәр һ.б. файҙаланыуҙа уның хоҡуҡтары һаҡланған. Указ һ.б. норматив акттар 1910 й. 14 июнендәге “Крәҫтиән ер биләүселеге тураһындағы ҡайһы бер ҡарарҙарҙы үҙгәртеү һәм тулыландырыу тураһында” ғы законда нығытылған, унда ш. уҡ күскенселек сәйәсәтен (ҡара: Күскенселек хәрәкәте) көсәйтеү һәм Крәҫтиән ер банкыһы эшен камиллаштырыу б‑са положениелар ҙа урын алған. 1911 й. 29 майындағы “Ер төҙөлөшө тураһында положение”ға ярашлы, община ағзаларының ерҙе милеккә әйләндермәй генә отрубҡа сығарыуҙы талап итә алған. Крәҫтиәндәрҙең күпселеге реформаға кире мөнәсәбәттә булған. 1907—14 йй. Рәсәйҙә общинанан сығып, ерҙе милеккә алған йорт хужалары 2,5 млн (крәҫтиәндәрҙең 26%‑ы) тәшкил иткән; Өфө губернаһында — 48,3 мең (үҙ ере булған хужалыҡтарҙың 15%‑ы; общинанан сығыусылар Өфө губ. көньяҡ өйәҙҙәрендә һәм Өфө тирәләй булып, унда фермер ер биләүселеге әүҙем үҫеш алған), Ырымбур губернаһында — 47,8 мең (30%). Аҫаба башҡорттарҙың (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) ер мөнәсәбәттәре “Башҡорттар тураһында положение” м‑н көйләнгән, уға ярашлы башҡорттарға община еренең үҙ өлөшөн милек итеп нығытырға рөхсәт ителгән. 1907—14 йй. Өфө губ. крәҫтиәндәрҙең 20,2%‑ы, Ырымбур губ. — 11,3%‑ы үҙ ерен һатып ебәргән. Уларҙың төп өлөшөн сәнәғәт пр‑тиеларына йәки алпауыт хужалығына ялланып эшләргә китеүсе фәҡирҙәр тәшкил иткән. Дөйөм алғанда, С.а.р. көтөлгән һөҙөмтәләр килтермәй, әммә а.х. баҙар алымдарын һәм мөнәсәбәттәрен индереүҙе тиҙләтергә, ер ҡытлығы мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек биргән. Беренсе донъя һуғышы башланыу м‑н С.а.р. ғәмәлдә туҡтатыла, Ваҡытлы хөкүмәттең 1917 й. 28 июнендәге ҡарары м‑н бөтөрөлә.

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019