Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮСКЕНСЕЛЕК ХӘРӘКӘТЕ

Просмотров: 1412

КҮСКЕНСЕЛЕК ХӘРӘКӘТЕ, күскенселек, Рәсәйҙә 16 б. уртаһы — 20 б. башында иҡт. йәки сәйәси факторҙар арҡаһында халыҡтың хөкүмәт тарафынан ойошторолған йәки тәбиғи күсеүе. Халыҡ миграцияһының бер төрө һәм эске колониялаштырыуҙың төп сараһы. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, башлыса Волга буйынан сыҡҡан халыҡтарҙың тәбиғи күсенеүе киң ҡолас ала. Хөкүмәт тарафынан ойошторолған К.х. 1770 й. 10 мартындағы указ б‑са башлана, уға ярашлы, башҡорттарҙың “буш ятҡан” ерҙәре ҡаҙнаныҡы тип иғлан ителә һәм күскенселәргә бүлеп биреү өсөн фонд тип билдәләнә (ҡара: Ер сәйәсәте). 1818—32 йй. аҫаба башҡ. ерҙәренә (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) күсеп ултырыу башҡ. ерҙәрен һатыуҙы тыйыу м‑н кисектерелә. 1824 й. һуң хөкүмәт дәүләт крәҫтиәндәренә үҙәк губерналарҙан һәм Украинанан Ырымбур губернаһының ҡаҙна ерҙәренә күсеп ултырырға рөхсәт иткәс, күсеп килеүселәр һаны арта. Айырыуса Урал аръяғына, Мейәс һәм Уй йй. араһына, губернаның көньяҡ-көнбайыш өлөшөнә күсеп ултырыу әүҙем барған. 18 б. аҙ. Ырымбур губ. халҡы 427 мең кеше тәшкил иткән, 19 б. уртаһында — 2,4 млн кеше. Генераль ыҙанлау үткәреү барышында хөкүмәт төбәктең ер ресурстары т‑да мәғлүмәт ала, улар нигеҙендә К.х. артабан үҫтереү планлаштырыла. Крәҫтиән реформаһы һәм идара итеүҙең кантон системаһын бөтөрөү К.х. көсәйеүенә һәм башҡ. ерҙәрен талауға булышлыҡ итә (ҡара: Ер биләү). 1871 й. 4 июнендә ҡаҙна биләмәләре иҫәбенән чиновниктарға ер бүлеп биреү т‑да указ сығарыла, артабан ул ерҙәрҙең күпселек өлөшө күсеп килеүселәргә һатыла йәки ҡуртымға бирелә. К.х. үҫеүенә Өфөлә күсеп килеүселәргә һатып алынған ерҙәр залогына ссудалар биргән Крәҫтиән ер банкыһы филиалы асылыу (1883), крәҫтиәндәрҙең яңы йәшәү еренә күсеп килеүен еңеләйткән Һамар—Златоуст т. юлының (ҡара: Тимер юлдар) ҡулланылышҡа индерелеүе йоғонто яһай. Күсеп килеүселәрҙе төбәктәге ерҙәрҙең түбән хаҡы ылыҡтырған: 1879—94 йй. Өфө губернаһында ерҙең дисәтинәһе яҡынса — 10, Курск губ. — 65, Пензала — 51, Ҡазанда 36 һум торған. Күскенселәрҙең төп өлөшө төбәккә Вятка һәм ҡара тупраҡлы үҙәк губерналарҙан килгән. 1896 й. ЭЭМ эргәһендә Күскенселек идаралығы ойошторола, ул күсеп йөрөүгә рөхсәт биреү м‑н етәкселек итә, күсеп килеүселәргә урынлашыуҙың тәүге осоронда ярҙам күрһәтә һ.б. 19 б. 2‑се ярт. Өфө губ. — яҡынса 200 мең, Ырымбур губ. яҡынса 125 мең кеше күсеп килә. Күсеп килеү сәйәсәтен көсәйтеү Столыпин аграр реформаһы йүнәлештәренең береһе була. ЭЭМ‑дың 1910 й. 6 окт. циркулярына ярашлы, күсеп килеүселәрҙе башҡ. общиналары составына индерергә рөхсәт ителә, бынан файҙаланып, хәлле күскенселәр аҫаба башҡорттарҙың ерҙәрен һатып ала башлай. Крәҫтиәндәр үҙ хужалығын булдырыу өсөн ссуда м‑н тәьмин ителгән һәм 5 йылға ҡаҙна түләүҙәренән, земство йыйымдарынан азат ителгән. 1904—14 йй. үҙәк губерналарҙан Ырымбурға – яҡынса 65,5 мең, Өфөгә яҡынса 43,8 мең кеше күсеп килә. Яҡын ерҙәрҙе ҡуртымға алыу мөмкинлегенән мәхрүм ителгән урындағы аҙ ерле крәҫтиәндәр Себергә киткән (Өфө губ. — 52,7 мең, Ырымбурҙан — 30 мең кеше), уларҙың бер өлөшө кире ҡайтҡан (Өфө губ. — 18,5%‑ы, Ырымбурға — 19,3%‑ы). 1912—13 йй. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губ. 1861 й. һуң яҡынса 330 мең кеше күсеп килә, был бөтә ауыл халҡының 13%‑ын тәшкил итә, күсеп килеүселәр айырыуса Стәрлетамаҡ өйәҙендә (26%) һәм Өфө өйәҙендә (24%) күп була. К.х. барышында Башҡортостанда халыҡтың милли составы үҙгәрә, тотошлай урыҫтар ултырған төбәктәр (Өфөнән төньяҡҡараҡ, Стәрлетамаҡ ҡ. янында), белорус, латыш, немец, украин, эстон ауылдары (ҡара: Балтика, Золотоношка, Пришиб һ.б.) барлыҡҡа килә.

Тәрж. В.Х.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019