Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САРАПУЛ ӨЙӘҘЕ

Просмотров: 1309

САРАПУЛ ӨЙӘҘЕ, 1780 й. Вятка наместниклығы составында ойошторола. ӨйәҙгәҠазан губернаһы Вятка провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшө инә. 1782—83 йй. Пермь һәм Өфө наместниклыҡтарының 47 ауылы ҡушыла. 19 б. башында терр‑яһының бер өлөшө — Вятка губернаһының Малмыж өйәҙенә, 1920 й. нояб. Воткинск авт. өлкәһенә күсә. 1796 й. алып Вятка губ., 1921 й. — Пермь губернаһы составында. 19 б. аҙ. төньяҡта — Вятка губ. Глазов өйәҙе, көнсығышта — Пермь губ. Уҫы өйәҙе һәм Оханск өйәҙе, көньяҡта — Өфө губернаһы, көньяҡ-көнбайышта — Алабуға өйәҙе, көнбайышта — Малмыж өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Сарапул ҡалаһы. Майҙаны — 14917 км2 (1897). Халҡы: 1897 й. — 408058 (башҡорттар — 5100, мариҙар — 2378, татарҙар — 7226, типтәрҙәр — 3568, удмурттар — 97827, урыҫтар — 290836 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 389227 крәҫтиән, 13523 мещан, 2064 дворян, 457 сауҙагәр иҫәпләнә; мосолмандар — 15777, православие динендәгеләр — 390388 (ш. иҫ. 13618 старообрядсы) һ.б. 1803 й. өйәҙ терр‑яһының бер өлөшө 11‑се башҡ. кантонына (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы) инә. 1873 й. өйәҙ терр‑яһында 734 торама пункт, 5 стан, 39 улус иҫәпләнә. 19 б. 2‑се ярт. башҡорттарҙың төп өлөшө Аҙнағол, Девәтернә, Иҫәнбай, Яңы Мәтле, Ыҫлаҡ, Үтәгән аа. йәшәгән. Халҡы башлыса игенселек, һөнәрселек м‑н шөғөлләнгән. 19 б. 60‑сы йй. 11 йәрминкә, 12 баҙар һәм бер нисә сауҙа уҙғарылған. 19 б. уртаһында Кама й. буйлап пароход бәйләнеше асыла. Мәскәү—Ҡазан т. юлының Әгерже—Ижевск з‑ды—Воткинск з‑ды участкалары төҙөлә (1916). 9 мәсет, 48 сиркәү, 1 синагога иҫәпләнә (1859). 1923 й. өйәҙ бөтөрөлә, терр‑яһы Урал өлкәһенең Сарапул округы составына инә.

 Әҙәб.: Списки населённых мест Российской империи. Вятская губерния. СПб., 1876; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.10. Вятская губерния. СПб., 1904.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023