Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИДАРА ИТЕҮҘЕҢ КАНТОН СИСТЕМАҺЫ

Просмотров: 3367

ИДАРА ИТЕҮҘЕҢ КАНТОН СИСТЕМАҺЫ, 1798—1865 йй. Башҡортостанда идара итеүҙең хәрби формаһы. Кантон системаһын индереүҙең төп маҡсаты: башҡ. ихтилалдарын булдырмау [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)], төбәкте колониялаштырыу, Урта Азияға баҫып инеү өсөн плацдарм булдырыу. Башҡорттарҙы хәрби‑хеҙмәтле ҡатламға күсереүгә тәүге ынтылыш И.А.Игельстром тарафынан яһала: 1789 й. 20908 башҡ. йортон башында йорт старшиналары һәм уларҙың ярҙамсылары торған 103 командаға (йортҡа) бүлә. Поход старшиналары һәм сотниктар башҡорттарҙың хәрби‑ҡарауыл хеҙмәтен үтәүенә яуаплы була. Рәсми рәүештә И.и.к.с. 1798 й. 10 апр. указ м‑н индерелә, уға ярашлы башҡорттар һәм мишәрҙәр хәрби‑хеҙмәтле ҡатламға күсерелә, ә башҡорттар, мишәрҙәр, Ырымбур һәм Урал казактары йәшәгән терр‑я кантондарға бүленә. Башҡ. һәм мишәр кантондарына туранан‑тура ген.‑губернаторға (хәрби губернаторға) буйһонған кантон башлыҡтары идара иткән. И.и.к.с. вазифалы кешеләре башҡ. һәм мишәр аҡһөйәктәре вәкилдәренән тәғәйенләнгән. Чиновниктар натуралата йөкләмәләр (ҡара: Һалымдар, Йөкләмәләр) үтәүҙән азат ителгән. Хеҙмәткә әҙерләү, енәйәт эштәре, чиндар биреү, вазифалар булдырыу, төрлө бәхәстәр, чиновниктарҙың башбаштаҡлығы мәсьәләләре Ырымбур айырым корпусының корпус дежурлығында хәл ителгән, чиновниктарҙың енәйәт эштәрен һәм бәхәстәрҙе ҡарау 1830 й. алып Ырымбур хәрби губернаторы канцелярияһына бирелә.

1834 й. кантон халҡы өҫтөнән күҙәтеүҙе көсәйтеү маҡсатында Башҡорт‑мишәр ғәскәре командующийы вазифаһы, ғәскәр канцелярияһы булдырыла, попечителлек ин‑ты индерелә (17 башҡ. һәм мишәр кантоны 6 попечителлек составына инә). Кантондарға идара итеү аҡрынлап Башҡорт‑мишәр ғәскәре командующийы ҡарамағына күсә, бында хәрби эштәр м‑н Ырымбур казак ғәскәре штабы нач., 2 хәрби чиновник, өлкән адъютант, хәрби‑суд эштәрен һ.б. хәл итеү өсөн аудиторҙар штаты шөғөлләнә, граждандар эштәре идарасы һәм 4 столоначальниктан торған айырым канцелярия ҡарамағында була. Ер эштәре м‑н урыҫ граждан чиновниктары араһынан тәғәйенләнгән стряпчийҙар (эштәр б‑са яҡлаусылар) шөғөлләнгән, улар башҡорт вәкилдәрен контролдә тотҡан, башҡ. ерҙәрен ыҙанлауҙа ҡатнашҡан, ер сиктәрен боҙоу осраҡтарын тикшергән, башҡорттарҙы һәм мишәрҙәрҙе йәберләү осраҡтары т‑да хәбәр иткән. Бәхәстәрҙе, енәйәт эштәрен хәрби һәм гражданлыҡ судтары учреждениелары, хәрби губернатор хәл иткән. 1834 й. алып бөтә енәйәт эштәре хәрби судтар (хәрби‑суд комиссиялары) ҡарамағына бирелә. Земство полицияһы эш ваҡытынан тыш ҡылынған енәйәт эштәре б‑са тикшереү алып барған. Сотский, десятский, ауыл ҡарттары ауылдарҙа хөкүмәт указдары һәм бойороҡтарының, земство йөкләмәләренең, янғынға ҡаршы һәм санитария сараларының үтәлеүен күҙәткән (1838 й. башҡ., мишәр кантондарында сотский, десятский вазифалары бөтөрөлә). Ауыл торама пункттарында һалым йыйыусы, мөгәзәй, урман, юл күҙәтселәре һ.б. вазифалар булған, уларҙы ауыл йәмәғәте һайлаған, йорт старшинаһы һәм кантон башлығы раҫлаған. 1819 й. алып кантондарҙа вазифалы кешеләр һаны ҡыҫҡартыла (1819 й. — 5569 кеше, 1838 й. — 3657, 1861 й. — 1160). Башҡ. һәм мишәр кантондарында вазифалы кешеләрҙең айырым бер өлөшө ғәмәли (армия) офицер (подпрапорщик, прапорщик, поручик, капитан, майор һ.б.), казак офицер (урядник, хорунжий, сотник, яҫауыл, ғәскәр старшинаһы һ.б.) һәм класлы чиндарға, төп өлөшө зауряд чиндарға (зауряд‑хорунжий, зауряд‑сотник, зауряд‑яҫауыл) эйә була. Кантон халҡы өҫтөнән контролде көсәйтеү өсөн уның күсенеү ирке сикләнә, ауылда йәшәүселәрҙең рөхсәтһеҙ унан китеүе тыйыла. 1806 й. 24 сент. Сенат указы үҙ теләге м‑н йәшәү урынын бер губернанан икенсеһенә алмаштырыуҙы тыя. Күсеү өсөн китергә рөхсәт таныҡлығы бирелгән (күсенеү өсөн таныҡлыҡты өйәҙ б‑са — йорт старшинаһы, губерна б‑са — кантон башлығы, губернанан ситкә күсенеү өсөн Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы биргән). Элекке үҙидара ҡалдыҡтары бөтөрөлә. 1831 й. губерна идараһы йыйындарҙы тыйыу т‑да белдерә, һуңынан йыйында һалдаттар йәки казактар оҙатыуында офицерҙың мотлаҡ булыу шарты м‑н тыйыу кире алына, шарт үтәлмәгән осраҡта йыйын ғәскәр көсө ҡулланып таратыла.

Башҡорттар өҫтөнән хәрби күҙәтеү уларҙың көнкүрешенә лә ҡағыла. Аҡрынлап ярым күсмә малсылыҡ тыйыла, көслөк м‑н игенселек индерелә (игенселек эштәренән баш тартҡан өсөн яза бирелгән). Төп хәрби йөкләмәнән тыш (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте), кантондар халҡы түләүһеҙ хеҙмәт йөкләмәһе (юлдар һәм күперҙәр төҙөү, яңы сик һыҙыҡтары үткәреү һәм төҙөкләндереү, Ырымбур сик һыҙығы нығытмаларына аҙыҡ‑түлек һ.б. йөк ташыу, ағас әҙерләү, Ырымбур губернаһы ҡалаларын төҙөкләндереү, ғәскәр хужалығында эшләү һ.б.), юл (юлдарҙы, күперҙәрҙе йүнәтеү һәм тотоу), ылау (чиновниктарға хеҙмәт ихтыяждары өсөн ат һәм ылау биреү), элемтә (почта, курьерҙар йөрөтөү һ.б., 1834 й. аҡсалата почта йыйымына алмаштырыла), фатир (ситтән килгән командаларға көтөүлектәр биреү, лазареттар, ат аҙбарҙары төҙөү) һ.б. йөкләмәләр үтәргә тейеш була. Халыҡтан халыҡ ихтыяждары (канцелярия хеҙмәткәрҙәре, писарҙар, кантон идаралыҡтарын тотоу), мөгәзәйҙәр өсөн, күп һанлы бер тапҡыр алына торған аҡсалата йыйымдар алынған. Ауыр сик буйы хеҙмәте, полиция режимы, чиновниктарҙың даими башбаштаҡлығы халыҡтың пассив (ялыуҙар, хеҙмәттән йәки эшсе командаларҙан ҡасыу) һәм актив (асыҡ ризаһыҙлыҡ, халыҡ сыуалыштары) ҡаршылығын тыуҙыра. Ҡасҡындар шпицрутендар м‑н һуҡтырыу, һалдатлыҡҡа ебәреү кеүек ҡаты язаларға, хатта үлем язаһына хөкөм ителә. Һалымдарҙы, йөкләмәләрҙе өҙлөкһөҙ арттырыу, хөкүмәттең дини һәм соц. сәйәсәте халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырып, 2‑се, 4‑се Загорный, 8‑се, 10‑сы, 12‑се башҡ., 3‑сө һәм 4‑се мишәр кантондарында ихтилал (1835) тоҡаныуға сәбәпсе була. 19 б. 30—40‑сы йй. байтаҡ кантон башҡорттары һәм мишәрҙәре раҫланған хәрби кейемде кейеүҙән баш тарта, 1846 й. Силәбе өйәҙе башҡорттары, ерҙәрен Ырымбур казак ғәскәренә биреү сәбәпле, яңы ерҙәргә күсереүгә ҡаршы сыға, 1856 й. идаралыҡтарҙағы бик күп башбаштаҡлыҡтар һөҙөмтәһендә, Бажанов һәм Устинов алтын приискыларында эшләүсе башҡорттар эш ташлай һ.б. Сығыштарҙың бөтәһе лә хөкүмәт ғәскәрҙәре тарафынан баҫтырыла, ҡатнашыусылар ҡаты язаға тарттырыла. 19 б. 40—50‑се йй. Ҡаҙағстандың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң Башҡортостан ил эсендә ҡала, шул сәбәпле башҡорт һәм мишәрҙәрҙе аҡрынлап хеҙмәтле кешеләрҙән һалым түләүсе ҡатламға күсереү башлана. 1840 й. казак кантондары бөтөрөлә. 1848 й. кантондар 2 төргә бүленә: сик һыҙығындағы 4 кантон халҡы (101 меңгә яҡын кеше) хәрби‑хеҙмәтле ҡатламда ҡалдырыла һәм хәрби хеҙмәтте дауам итә; хеҙмәтлеләргә инмәгән 9 кантон халҡы (200 меңгә яҡын кеше) хәрби хеҙмәттән азат ителә һәм аҡсалата йыйым түләй, шул уҡ ваҡытта хәрби ведомствола ҡала. Контролде көсәйтеү һәм халыҡты тигеҙ бүлеү маҡсатында, 1854 й. алып кантондар бүлексәләргә бүленә (11—14 мең кеше), уларға кантон башлығы хоҡуғындағы начальниктар идара итә. Был үҙгәрештәр 1855 й. И.и.к.с. үҙгәртеп ҡороу м‑н тамамлана. Уға ярашлы, кантондар һаны 28‑гә етә (9 хеҙмәтле һәм 19 хеҙмәттән азат). Хеҙмәттән азат кантондар составына бобылдәр һәм типтәрҙәр индерелә. 1861 й. алып губернатор А.П.Безак күрһәтмәләре б‑са, кантондар халҡы аҡрынлап дөйөм полицияға буйһондорола, сик һыҙығы хеҙмәтенә командалар тәғәйенләү бөтөрөлә, башҡ. күнекмә полкының лагерь сборҙары тыйыла, ҡаҙна эштәрендә формаһыҙ йөрөү рөхсәт ителә. 1862 й. Стәрлетамаҡ өйәҙенең 26‑сы, 27‑се һәм 28‑се кантондарына хеҙмәттән азат статусы бирелә.“Башҡорттар тураһында положение” б‑са, башҡорттар, мишәрҙәр, бобылдәр һәм типтәрҙәр азат ауыл кешеләре хоҡуғын ала. 1865 й. 2 июлендәге “Башҡорттарға идара итеүҙе хәрби ведомствонан граждандар ведомствоһына күсереү тураһында” Дәүләт Советы Ҡарарына ярашлы, И.и.к.с. бөтөрөлә, башҡорттар, ш. уҡ уларҙың керҙәштәре дөйөм өйәҙ һәм крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары м‑н мировой аралашсылар буйһоноуына күсә. Верхнеурал өйәҙе һәм Ырымбур өйәҙе кантондарының хеҙмәтле кешеләренә һалынған натуралата йөкләмәләр аҡсалата йөкләмә м‑н алмаштырыла. Ырымбур губернаһын Ырымбур һәм Өфө губерналарына бүлгәндән һуң башҡорттарға дөйөм идара итеү үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. 1866 й. 1 февр. ҡарай Ырымбур, Өфө, Вятка губерналарында, Пермь губернаһында, Һамар губернаһында йәшәгән кантон халҡын граждандар ведомствоһына күсереү тамамлана. И.и.к.с. бөтөрөү Крәҫтиән реформаһының бер өлөшө була.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023