Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАСОВ Николай Трофимович

Просмотров: 1160

ПАСОВ Николай Трофимович (6.12. 1914, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 8.6. 1978, Өфө), өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент финанс‑иҡт. ин‑тын (1940), Сухуми хәрби пехота уч‑щеһын (1942), “Выстрел" РККА‑ның команда составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын (Тбилиси, 1944) тамамлаған. 1930 й. алып Белорет р‑нының Ҡағы а., 1933 й. — Мәләүез район советы башҡарма ком‑тында, 1934 й. — Ташкент ҡала советында эшләй. 1940 й. башлап Совет Армияһында. 1944 й. апр. алып 4‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се армия 8‑се уҡсылар див. 229‑сы уҡсылар полкының 7‑се ротаһы ком. лейт. П. 1944 й. 26 июлендә Прут й. (Венгрия) тирәһендәге алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) БАССР Финанс министрлығында һәм Өфөнөң Һаҡлыҡ кассалары идаралығы системаһында эшләй. Ленин (1945), 3‑сө дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), 1‑се һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019