Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОДВОЙСКИЙ Николай Ильич

Просмотров: 1205

ПОДВОЙСКИЙ Николай Ильич (16.2.1880, Чернигов губ. Кунашов‑ ка а. — 28.7.1948, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. 1901 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 й. окт. РСДРП(б) ҮК эргәһендәге Бөтә Рәсәй хәрби ойошмалар бюроһы рәйесе, Петроградтағы Октябрь ҡораллы күтәрелеше етәкселәренең береһе, 1918 й. ғин. башлап РСФСР‑ҙың хәрби эштәр б‑са халыҡ комиссары, марттан — РККА‑ның Юғары хәрби инспекцияһы рәйесе. Майҙа Өфөлә П. етәкс. Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары дружиналары нигеҙендә 1—2‑се Өфө совет уҡсылар полктары, 1—3 июндә Златоуст ҡ. ҡаланы аҡ чехтарҙан һаҡлау өсөн отрядтар, 14 июндә Төньяҡ Урал‑Себер фронты (20 июлдән Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы) ойошторола. 1918 й. сент. алып (өҙөклөк м‑н) Мәскәүҙә: Рәсәй респ. Реввоенсовет ағзаһы, 1919 й. нояб. башлап Дөйөм хәрби уҡытыу һәм махсус тәғәйенләнешле частар нач., 1924 й. — партия эшендә. 1919 й. февр.—нояб. Украина ССР‑ының хәрби эштәр б‑са халыҡ комиссары (Харьков ҡ.). Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1923). Өфөләге урамға П. исеме бирелгән.

Х е ҙ м.: От Красной гвардии к Красной армии //Историк‑марксист. 1938. № 1.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019