Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АВЕРЬЯНОВ Иван Андреевич

АВЕРЬЯНОВ Иван Андреевич (1.6.1923, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Туҡан руднигы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Туҡан а., — 9.1.2000, Мәскәү), инженер, генерал‑полковник (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э.Дзержинский ис. артиллерия акад. тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й....

АНТОШКИН Николай Тимофеевич

АНТОШКИН Николай Тимофеевич (19.12.1942, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Кузьминовка а. — 17.1.2021, Мәскәү ҡ., Мытищи ҡ. ерләнгән), лётчик, генерал‑полковник (1994). Советтар Союзы Геройы (1986). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1996). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1993). Совет‑Ҡытай сик буйы...

БИБИКОВ Александр Ильич

БИБИКОВ Александр Ильич (30.5.1729, Мәскәү — 9.4.1774, Бөгөлмә биҫтәһе, хәҙ. Бөгөлмә ҡ.; Мәскәү губ. Баршовка а. ерләнгән), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑аншеф (1771). Сенатор (1774 й. алып). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын, 1763—65 йй....

БЛЮХЕР Василий Константинович

БЛЮХЕР Василий Константинович (19.11.1890, Ярославль губернаһы Барщинка а. — 9.11.1938, Мәскәү ҡ.), хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Маршалы (1935). 1916 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914—16 йй. һәм 1917 й. рус армияһында; 1918 й. алып РККА‑ла. 1917 й. декабренән...

БОЛДЫРЕВ Василий Георгиевич

БОЛДЫРЕВ Василий Георгиевич (5.5.1875, Сембер губернаһы Сызрань ҡ. — 20.8.1933), хәрби эшмәкәр. Генерал-лейтенант (1917). 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Генераль штабтың Николай академияһын тамамлаған (Санкт‑Петербург ҡ., 1903). 1892 й. алып рус,...

ГАЙ Гая Дмитриевич

ГАЙ Гая Дмитриевич (ысын исеме Бжишкян Гайк; 6.2.1887, Тебриз ҡ., Фарсы иле — 11.12.1937, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Комкор (1935). Проф. (1934). 1903—14 йй. “Гнчак” әрмән соц.‑демократик партияһы, 1918 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 й. совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы....

ГАЙДА Радола

ГАЙДА Радола (ысын исеме Гейдль Рудольф; 26.2.1892, Котор ҡ., Австро‑Венгрия — 15.4.1948, Прага), хәрби эшмәкәр. Рус армияһының ген.‑лейт. (1919 й. ғин., июлдә мәхрүм ителә) һәм чехословак армияһының ген.‑лейт. (1924, 1926 й. мәхрүм ителә). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Юғары...

ГОЛИЦЫН Владимир Васильевич

ГОЛИЦЫН Владимир Васильевич (9.7.1878, Волынск губернаһы — 1945 й. һуң, Австралия), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Рус армияһы генерал‑лейтенанты (1919). Дворяндарҙан. Ҡытайҙағы 1899—1901 йй. Ихэтуань ихтилалын баҫтырыуҙа, 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....

ГОЛИЦЫН Пётр Михайлович

ГОЛИЦЫН Пётр Михайлович (15.12.1738 — 11.11.1775, Мәскәү ҡ.), хәрби эшмәкәр, кенәз. Флигель‑адъютант (1762), генерал‑поручик (1775). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—74 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында баш күтәреүселәрҙең...

ГОРБАТОВ Александр Васильевич

ГОРБАТОВ Александр Васильевич (9.3.1891, Владимир губернаһы Пахотино а. — 7.12.1973, Мәскәү ҡ.), кавалерист, армия генералы (1955). Советтар Союзы Геройы (1945). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында, совет-поляк һуғышында (1920) ҡатнашыусы. Кавалерия командирҙары курстарын (Новочеркасск ҡ.,...

ДӘҮЛӘТШИН Әбделғәзиз Абдулла улы

ДӘҮЛӘТШИН Әбделғәзиз Абдулла улы (20.7.1861, Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе — 12.5.1920, Петроград), хәрби эшмәкәр. Ген.-майор (1913). Дворяндарҙан. Павловск хәрби уч‑щеһын (1882) һәм С.-Петербургта Сит ил эштәре министрлығының Азия департаменты эргәһендәге көнсығыш телдәре курсын (1890) тамамлаған. 1880 й....

ЖУРАВЛЁВ Даниил Арсентьевич

ЖУРАВЛЁВ Даниил Арсентьевич (12.12.1900, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Таналыҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ., — 16.9.1974, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Артиллерия ген.‑полк. (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. эргәһендәге юғары командирҙар составын камиллаштырыу курстарын...

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Батыргәрәй Сәлим улы

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Батыргәрәй Сәлим улы [10.9.1949, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Хоҙайбирҙин а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], хәрби эшмәкәр. Хәрби ф. д‑ры (1996), проф. (1997). Контр‑адмирал (1999). Каспий юғары хәрби‑диңгеҙ уч‑щеһын (Баҡы, 1971), Хәрби‑диңгеҙ акад. (Ленинград, 1985), РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабының...

ИШБУЛАТОВ Хажиәхмәт Исхаҡ улы

ИШБУЛАТОВ Хажиәхмәт Исхаҡ улы [16.3.1851, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 1921, Стәрлетамаҡ ҡ.], хәрби эшмәкәр. Ген.‑лейт. (1918). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. 1866— 1908 йй. һәм 1915—18 йй. рус армияһында,...

КАР Василий Алексеевич

КАР Василий Алексеевич (1730 — 25.2.1806, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1770). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта һәм 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар‑мар итеүҙә ҡатнашыусы. 1748 й. алып рус армияһында. 1773 й. 14 окт. башлап Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәрен ҡыйратыу...

КАШИРИН Иван Дмитриевич

КАШИРИН Иван Дмитриевич [3.1.1890, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Форштадт ҡсб (Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы) — 20.9.1937, Мәскәү ҡ.], дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Н.Д.Кашириндың ҡустыһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ырымбур казак хәрби училищеһын тамамлаған (1910). 1911 й....

КАШИРИН Николай Дмитриевич

КАШИРИН Николай Дмитриевич (4.2.1888, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Форштадт ҡсб (Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы) — 14.6.1938, Мәскәү ҡ.), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. 2‑се ранг командармы (1935). И.Д.Кашириндың ағаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ырымбур казак юнкерҙар училищеһын...

КОЛЧАК Александр Васильевич

КОЛЧАК Александр Васильевич (4.11.1874, С.‑Петербург губ. Александровское а. — 7.2.1920, Иркутск ҡ.), хәрби эшмәкәр, гидрограф, Рәсәйҙең Юғары хакимы (1918 й. 18 нояб. — 1920 й. 5 ғин.). Адмирал (1918). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....

ЛАРИОНОВ Александр Леонтьевич

ЛАРИОНОВ Александр Леонтьевич, хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор. Дворяндарҙан. Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1773 й. алып Ҡазан губернаһының һәм Ырымбур губернаһының гарнизон командалары обер-кригскомиссары. 1774 й. ғин. башлап Ҡазан улан корпусы командиры. Кама аръяғында һәм Ҡазан даруғаһының көнбайышында...

ЛАСКИН Иван Андреевич

ЛАСКИН Иван Андреевич [1.11.1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Васильевка а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 1.7.1988, Минск], хәрби эшмәкәр. Ген.-лейтенант (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Хәрби мәктәпте (Киев, 1923), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1934), К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад....