Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОДДЕНЕЖНЫЙ Григорий Максимович

Просмотров: 1581

ПОДДЕНЕЖНЫЙ Григорий Максимович (12.2.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Никольский ҡсб — 18.10.2000, Өфө ҡ.), өлкән лейтенант. Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. СССР ЭЭМ‑ының Ленинград хәрби‑сәйәси училищеһын тамамлаған (1948). 1941 й. алып Бәләбәй районы МТС‑ында эшләй. 1942 й. башлап Совет армияһында. 1943 й. ғинуарынан Көньяҡ‑Көнбайыш фронттың 15‑се гвардия уҡсылар дивизияһында пулемётсы, октябрҙән 2‑се Украина фронтының 10‑сы айырым моторлаштырылған дивизияһында разведчиктар взводы командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән сержант П. 1944 й. 7 ғинуарында Кировоград ҡ. (Украина ССР‑ы), 30 августта Тыргу‑Фрумос ҡ. (Румыния) һәм 18 декабрҙә Надьберенсонь ҡ. (Венгрия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1966) “Химпром” заводында (Өфө ҡ.) эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. ноябре) һәм 3‑сө (шул уҡ йылдың октябре) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Өфө ҡ. 70‑се урта мәктәпкә П. исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Бәләбәй ҡ. Геройҙар аллеяһында уға бюст ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023