Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРИМАКИН Иван Васильевич

Просмотров: 861

ПРИМАКИН Иван Васильевич (8.11. 1923, Петроград губ. Маилковы Горки а. — 8.11.1982, Туймазы ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов пилоттар хәрби авиация мәктәбен (Пермь ҡ., 1942) тамамлаған. 1939 й. алып 381се здта (Ленинград) эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. февр. алып КөньяҡКөнбайыш һәм 3сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17се һауа армияһы 306сы авиация див. 951се штурм авиацияһы полкының звено ком. лейт. П. 315 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Благовещен, Туймазы ҡҡ. эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945 й. ғин., февр.), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), сит ил орд. мн бүләкләнгән. Туймазыла урамға П. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019