Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛГА БУЙЫ ФЕДЕРАЛЬ ОКРУГЫ

Просмотров: 1812

ВОЛГА БУЙЫ ФЕДЕРАЛЬ ОКРУГЫ, Рәсәй Федерацияһының Европа өлөшөндәге адм.‑терр. берәмеге. 2000 й. 13 майында ойошторола. Башҡортостан Республикаһы, Марий Эл, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан респ., Түбәнге Новгород өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Киров, Пенза, Ульяновск өлк., Пермь крайы терр‑яларын үҙ эсенә ала (ҡара: карта). Үҙәге — Түб. Новгород ҡалаһы. Округ сиктәрендә РФ Президентының конституцион вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙы уның тулы хоҡуҡлы вәкиле тәьмин итә. Майҙаны — 1038 мең км2.  Халҡы — 31,15 млн кеше, ш. иҫ.  1,35 млн башҡорт (2002). Халыҡ‑  тың тығыҙлығы — 30,53 кеше/км2.  Халыҡтың 70,7%‑ы ҡалала йәшәй;  ҙур ҡалалар — Түб. Новгород, Һамар, Ҡазан, Өфө, Пермь, Һарытау,  Тольятти. Милли составы (%): урыҫтар  — 67,88, татарҙар — 13,04, сыуаштар  — 4,55, башҡорттар — 4,33  һ.б. Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт производствоһы  кимәле б‑са федераль округтар араһында В.б.ф.о. 1‑се һәм  2‑се урындарҙы биләй (2010). Округта  РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкилдәре: С.В.Кириенко (2000 й.  алып), А.В.Коновалов (2005 й. алып),  Г.А.Рапота (2008 й. алып), М.В.Бабич  (2011 й. алып). Округ субъекттарының сәнәғәт һәм а.х. производствоһының үҫеш күрһәткестәрен табл. ҡара.

 

Т.Х.Гәрәев, В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина


Волга буйы федераль округы субъекттарының сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производствоһы үҫеше (2010 й. ғәмәлдә булған хаҡтарҙа)

 

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу

Эшкәртеү производстволары

Электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм бүлеү

Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү

млн һум

РФ‑та урыны

млн һум

РФ‑та урыны

млн һум

РФ‑та урыны

млн һум

РФ‑та урыны

Башҡортостан Республикаһы

91804

17

668525

7

70246

19

90039

5

Марий Эл Республикаһы

191

80

60611

56

8133

71

20548

44

Мордовия Республикаһы

253

77

79618

49

9135

68

26243

32

Татарстан Республикаһы

310302

7

646542

8

87556

7

99007

3

Удмуртия Республикаһы

85274

18

119386

36

23305

44

33443

27

Сыуашстан Республикаһы

301

74

108158

39

19245

50

20915

41

Пермь крайы

109411

14

524132

10

78574

14

26976

30

Киров өлкәһе

541

70

92457

43

23705

43

21888

39

Түб. Новгород өлкәһе

569

68

692864

6

70869

17

38941

22

Ырымбур өлкәһе

214054

10

145684

32

74688

15

49063

18

Пенза өлкәһе

1344

59

78255

51

14137

59

25543

33

Һамар өлкәһе

104059

16

515258

12

79967

12

35324

25

Һарытау өлкәһе

12936

36

158747

28

80225

11

55148

13

Ульяновск өлкәһе

5273

46

111136

38

27877

37

15174

55

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: