РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ
РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ, РФ, Р ә с ә й, Евразияның төньяҡ өлөшөндәге дәүләт. Майҙаны — 17,1 млн км2 (ҡоро ерҙең 11,5%‑ы). Баш ҡалаһы — Мәскәү ҡ. РФ составында 89 субъект: 24 республика (ш. иҫ. Башҡортостан Республикаһы), 9 край, 48 өлкә, 4 автономиялы округ, Еврей автономиялы өлкәһе, федераль әһәмиәттәге Мәскәү, Санкт‑Петербург һәм Севастополь ҡалалары. 8 федераль округҡа (ш. иҫ. Волга буйы федераль округына) бүленгән. Дәүләт башлығы — президент. РФ‑тың вәкәләтле һәм закон сығарыу органы — 2 палаталы Федераль Йыйылыш (Дәүләт думаһы һәм Федерация Советы), башҡарма власть органы — рәйес етәкселегендәге РФ Хөкүмәте. Халҡы — 147,2 млн кеше (2021), ш. иҫ. 1571,9 мең башҡорт (2021). Дәүләт теле — урыҫ теле. Диндарҙар — христиандар (нигеҙҙә, православие христиандары), мосолмандар, йәһүдтәр, буддистар һәм башҡалар.
14—16 бб. Мәскәү тирәләй үҙәкләшкән Рус дәүләте барлыҡҡа килә. 17 б. башында Рәсәй поляк‑литва һәм швед интервенцияһын кире ҡаға. 16—19 бб. Украинаны, Төньяҡ территорияларҙы, Волга буйын, Уралды (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы), Себерҙе, Алыҫ Көнсығышты ҡушыу һәм дәүләт составына төрлө халыҡтарҙың инеүе һөҙөмтәһендә күп милләтле Рәсәй империяһы барлыҡҡа килә. Крепостной иҙеүҙең һәм баҫып алыу сәйәсәтенең көсәйеүе ихтилалдарға [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)] һәм крәҫтиәндәр һуғыштарына [ҡара: Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75)] килтерә. Пётр I реформалары илдең социаль‑иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Ватан һуғышында (1812) Рәсәй Наполеон һөжүмен кире ҡаға, унда башҡорт полктары ҡатнаша. Крәҫтиән реформаһы крепостной хоҡуҡты бөтөрә, социаль‑иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итә.
19 б. аҙағында — 20 б. башында РСДРП һ.б. сәйәси партиялар, профессиональ союздар ойоша башлай; Дәүләт думаһы барлыҡҡа килә. Рус‑япон һуғышы (1904—05) 1905—07 йй. революция сәбәптәренең береһе була. Рәсәй Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 й. Февраль революцияһы һөҙөмтәһендә батша самодержавиеһы ҡолатыла, сентябрҙә Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙе республика тип иғлан итә. Октябрь революцияһынан һуң Советтар власы иғлан ителә. Дәүләттә сәйәси власть Коммунистар партияһы ҡулында була (ҡара: Советтар Союзы Коммунистар партияһы), аҡрынлап ул үҙәкләштерелгән дәүләт аппараты менән берләшә. Ноябрҙә Башҡорт мәркәз шураһы Рәсәй республикаһы составында Башҡортостандың милли‑территориаль автономияһын иғлан итә. Киң ҡолас алған Граждандар һуғышы йәмғиәт ҡоролошонда хәрби‑коммунистик ҡанундарҙың нығыныуына, етештереү һәм бүлеү системаһы барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә (ҡара: Хәрби коммунизм). 1918 й. ғинуарында Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы (РСФСР) ойошторола, июлдә Конституцияһы ҡабул ителә. 1919 й. 20 мартындағы “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” буйынса Башҡортостан РСФСР‑ҙа беренсе булып автономиялы республика (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан) статусы ала. 1921 й. яңы иҡтисади сәйәсәт ҡабул ителә. 1922 й. Совет Социалистик Республикалар Союзы ойошторола, РСФСР ҙа уның составына инә.
1990 й. 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезында РФ дәүләт суверенитеты тураһында декларация иғлан ителә, 11 октябрҙә БАССР ЮС‑ы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. 1991 й. мартында РФ президенты вазифаһы булдырыла (тәүге президент — Б.Н.Ельцин). Декабрҙән алып РФ БДБ‑ға инә. 1992 й. 31 мартында Федератив килешеүгә һәм уның БР‑ҙан Ҡушымтаһына ҡул ҡуйыла. 1993 й. сентябрендә Советтар системаһы бөтөрөлә, декабрҙә РФ Конституцияһы ҡабул ителә. 1994 й. “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ‑ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында”ғы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Тәрж. М.Х.Хужин