Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕФЕРЕНДУМ

Просмотров: 1831

РЕФЕРЕНДУМ (лат. referendum — иғлан ителергә тейешле хәбәр), туранан‑тура эш итеүсе демократия ин‑ттарының береһе, дәүләт йәки йәмғиәт әһәмиәтендәге мәсьәлә б‑са граждандарҙың туранан‑тура ихтыяр белдереүе. Р. дөйөм дәүләт (милли) һәм урындағы (локаль), конституцион һәм закон сығарыу, консультатив һәм императив, мотлаҡ һәм факультатив булғандарға бүлеп йөрөтөлә. Р. принциптары: азатлыҡ, бөтәһе өсөн, туранан‑тура, йәшерен, тауыштар тиңлеге. БР терр‑яһында Р. уҙғарыу РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, РФ‑тың “Рәсәй Федерацияһында референдум тураһында” (2004) һәм БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһында референдум тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында урындағы референдум тураһында” (икеһе лә — 2007) закондар м‑н көйләнә. СССР‑ҙа Р. үткәреү мөмкинлеге 20 б. 30‑сы йй. закондар йыйынтығында ҡаралған. Тәүге тапҡыр Р. 1991 й. мартында СССР‑ҙың 15 союздаш респ. 9‑ында СССР‑ҙы тиң хоҡуҡлы суверенлы республикаларҙың яңыртылған федерацияһы булараҡ һаҡлау мәсьәләһе б‑са үткәрелә (Грузия, Латвия, Литва, Молдавия, Эстония, Әрмәнстанда уҙғарылмай). 1991 й. дек. Украинала — бойондороҡһоҙлоҡ, РСФСР‑ҙа — бөтә халыҡ ҡатнашлығында һайланған Президент вазифаһын булдырыу т‑да Р. була. РФ‑та 1993 й. апр. үткәрелгән Р. Президент Б.Н.Ельцинға ышаныс белдереү, уның иҡт. курсын яҡлау, РФ Президентын һәм депутаттарҙы ваҡытынан алда һайлау, 1993 й. окт. РФ Конституцияһы проектын ҡабул итеү мәсьәләләре сығарыла. 2003 й. Пермь өлкәһен һәм Коми- Пермяк авт. округын; 2005 й. — Красноярск крайын, Таймыр һәм Эвенк авт. округтарын; Камчатка өлк. һәм Коряк авт. округын; 2006 й. — Иркутск өлк. һәм Усть‑Ордынск Бүрәт авт. округын; 2007 й. Чита өлк. һәм Агинск Бүрәт авт. округын берләштереү; 2014 й. — РФ субъекты булараҡ Ҡырымды Рәсәйгә ҡушыу б‑са төбәк Р. уҙғарыла. БР‑ҙа Р. 1993 й. БР‑ҙың РФ м‑н мөнәсәбәттәрен Федератив килешеүгә ярашлы иҡт. үҙаллылыҡ һәм килешеү мөнәсәбәттәре, 1995 й. респ. терр‑яһында ерҙең сикләнмәгән күләмдә һатыу‑һатып алыу объекты булыуы, “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ‑ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” килешеүгә ярашлы иҡт. үҙаллылыҡты нығытыу сәйәсәтен дауам итеү мәсьәләләре б‑са уҙғарыла.

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: