Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕДЕРАТИВ КИЛЕШЕҮ

Просмотров: 1681

ФЕДЕРАТИВ КИЛЕШЕҮ Р ә с ә й  Ф е д е р а ц и я һ ы  ф е д е р а л ь  д ә ү л ә т  о р г а н д а р ы  һ ә м  Р ә с ә й  Ф е д е р а ц и я һ ы  с о с т а в ы н д а ғ ы  с у в е р е н л ы  р е с п у б л и к а л а р  в л а с ы  о р г а н д а р ы  а р а һ ы н д а  х а к и м и ә т  д а и р ә һ е  с и к т ә р е н  б и л д ә л ә ү  һ ә м  в ә к ә л ә т т ә р ҙ е  б ү л е ш е ү  т у р а һ ы н д а  һәм уға Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымта, 1992 й. 31 мартында ҡул ҡуйылған. 1993 й. Ф.к. төп положениелары РФ Конституцияһына һәм БР Конституцияһына индерелә. Преамбуланан һәм 8 статьянан тора. Федератив дәүләт составында, ҡайҙа йәшәүенә һәм ниндәй милләт кешеһе булыуына ҡарамаҫтан, кеше һәм граждандар хоҡуҡтарының өҫтөнлөгө, халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғы т‑да положениелар нығытылған. Дәүләт власының федераль органдары м‑н дәүләт власының респ. органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе асыҡлай, бергәләп идара итеү даирәләрен билдәләй, республикаларҙың үҙ терр‑яһында дәүләт власын тулы кимәлдә таный (1—3‑сө статья). Дәүләт власының федераль органдары һәм дәүләт власының респ. органдары араһында вәкәләттәрҙе яңынан бүлешеү мөмкинлеген бирә (4‑се статья); вәкәләт сиктәрендә РФ власть органдары һәм респ. власть органдары тарафынан бирелгән юридик документтарҙың законлы булыуын таный (5‑се статья); РФ һәм респ. дәүләт власы органдары араһында бәхәстәрҙе хәл итеү тәртибен билдәләй (6‑сы статья); Ф.к. теркәлгән вәкәләттәрҙе һәм хакимиәт даирәһен бер яҡлы үҙгәртеүҙе тыя (7‑се статья). Ф.к. БР төҙөгән Ҡушымтала үҙ терр‑яһында ер, ер аҫты байлыҡтары һ.б. тәбиғәт ресурстарын биләү, файҙаланыу һәм идара итеүҙе хоҡуҡи көйләүҙә респ. юридик хоҡуғын; Ф.к. ярашлы Рәсәй Федерацияһына ирекле тапшырылған хоҡуҡтарҙан тыш, респ. халыҡ-ара бәйләнештәрҙә һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙә үҙ аллы ҡатнашыу хоҡуғын нығыта. Ҡабул ителгән закондар һәм федераль органдар м‑н өҫтәмә килешеүҙәргә ярашлы һалым һалыу һәм ҡаҙнаға йыйымдарҙың дөйөм принциптарын билдәләргә, хоҡуҡи көйләү өсөн (РФ дәүләт органдарына ирекле тапшырылған мәсьәләләрҙән тыш) закон сығарыу һәм суд системалары, прокуратура, адвокатура, нотариат ойошторорға мөмкинлек бирә; был турала килешелгән положениелар б‑са өҫтәмә Килешеүгә ҡул ҡуйыу зарурлығын таный (ҡара: “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында”).

З.И.Йәнекәев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: