Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙӘСИ ПАРТИЯЛАР

Просмотров: 1205

СӘЙӘСИ ПАРТИЯЛАР, граждандарға йәмғиәттең сәйәси тормошонда ҡатнашыу һәм дәүләттең сәйәси курсын билдәләү мөмкинлеге биргән йәмәғәт берекмәләре. С.п. үҙ ағзаларының һәм партияның ҡараштарын яҡлаусыларҙың сәйәси ихтыярын сағылдыра, сәйәси акцияларҙа, һайлауҙарҙа, референдумдарҙа, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына һайланған вәкилдәре аша власты ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша. С.п. эшмәкәрлеге “Сәйәси партиялар тураһында”ғы РФ законы (2001) м‑н көйләнә. 20 б. башында Литва, Польша һәм Рәсәйҙәге йәһүд эшселәренең дөйөм союзы, Бөтә Рәсәй милли союзы, Һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы, Халыҡ азатлығы партияһы, Революцион коммунизм партияһы, Социал‑революционерҙар партияһы, Рәсәй социал‑демократик эшселәр партияһы, Рәсәй мосолмандары иттифағы, “Урыҫ халҡы союзы”, Халыҡ‑социалистик хеҙмәт партияһы һ.б. эшләгән. 20 б. 20‑се йй. уртаһынан илдә Советтар Союзы Коммунистар партияһы эш итә. 1991–2001 йй. Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй С.п. республика бүлексәләре, “Башҡортостан Республикаһында сәйәси партиялар тураһында”ғы БР законына ярашлы “Башҡорт халыҡ конгресы”, Башҡортостан халыҡ партияһы, “Русь” ижтимағи берекмәһе, “Иҙел‑Урал” татар демократик партияһы һ.б. төбәк бүлексәләре була. 2015 й. БР‑ҙа С.п. 57 төбәк бүлеге һ.б. структур бүлексәләре теркәлгән, улар араһында иң эреләре (1 меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән) – “Берҙәм Рәсәй”, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй либераль‑демократик партияһы”, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы”, “Яблоко”, “Рәсәй патриоттары”, “Рәсәй дөйөм халыҡ союзы”ның бүлексәләре.

Әҙәб.: Н и к и ф о р о в Ю.Н., Н и к и ф о р о в А.Ю. Политические партии современной России: эволюция многопартийности и статус партий. Уфа, 2008.

Г.В.Мордвинцев, Ю.Н.Никифоров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: