Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙӘСИ ОЙОШМАЛАР ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘР

Просмотров: 1303

СӘЙӘСИ ОЙОШМАЛАР ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘР. Сәйәси ойошмалар (СО) – йәмәғәт берекмәләре, бурыстарының береһе – йәмғиәттең сәйәси тормошонда ҡатнашыу. Сәйәси хәрәкәттәр (СХ) – ғәҙәттә, аныҡ ойоштороу структураһы, теркәлгән шәхси ағзалары булмаған сәйәси маҡсатлы күмәк хәрәкәт; төрлө йәмәғәт берекмәләре эшмәкәрлегенең йыйылмаһы. Башҡортостанда 19 б. аҙ. большевиктар, кадеттар, һул эсерҙар, меньшевиктар, халыҡ социалистары, эсерҙар һ.б. СО, Башҡорт мәркәз шураһы, Көнсығыш Рәсәй мәҙәни‑ағартыу йәмғиәте, Башҡортостан ваҡытлы революцион советы, Бөтә Рәсәй мосолман шураһы, Бөтә Рәсәй милли союзы, Бөтә Союз Ленинсы коммунистик йәштәр союзы, крәҫтиән комитеттары, “Халыҡ” сәйәси төркөмө, Өфө тимер юл оҫтаханалары мастеровойҙары һәм эшселәренең патриотик йәмғиәте, Хеҙмәт зыялылары союзы, “Тулҡын” йәштәр ойошмаһы һ.б.; анархистар СХ, Башҡорт милли хәрәкәте, Аҡтар хәрәкәте, ҡатын‑ҡыҙҙар хәрәкәте, земство хәрәкәте, крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918–21), революцион хәрәкәт һ.б. була. 20 б. 80‑се йй. аҙ. алып БР‑ҙа “Аҡ тирмә”, Сәйәси репрессия ҡорбандары ассоциацияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре, “Урал” һәм башҡа С.о.һ.х. эшләй. 1991 й. – 57, 1992 й. – 100, 1995 й. 220 С.о.һ.х. теркәлгән. 2005 й. 44 С.о.һ.х. вәкиленең – сәйәси партияларҙың 33 Башҡ‑н төбәк бүлексәһе, СХ (БР‑ҙың “Бөтә Рәсәй” һәм “Өмөт”, “Яңырыу–Берҙәмлек– Татыулыҡ”, Һул‑демократик “Рәсәй”, РФ Президенты сәйәсәте СХ төбәк бүлексәләре), Өфө ҡ. Поляк милли‑мәҙәни автономияһы, БР‑ҙың Ҡалтасы һәм Краснокама р‑ндарындағы 2 “Эрвел Марий” мари милли‑мәҙәни автономияһы, СО төбәк бүлексәләре (“Рәсәй Федерацияһының Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһы”, “Рәсәй төбәктәре”, “Рәсәй Православие партияһы”) – БР‑ҙың вәкәләтле урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғы була.

Г.В.Мордвинцев, Ю.Н.Никифоров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019