Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ НАМЕСТНИКЛЫҒЫ

Просмотров: 1474

ӨФӨ НАМЕСТНИКЛЫҒЫ, 1782 й. апр. императрица Екатерина II 1781 й. 23 дек. “Өфө наместниклығын ойоштороу тураһында...” указы м‑н ойошторола. Наместниклыҡҡа Ырымбур губ. терр‑ялары инә. Төньяҡта — Пермь, төньяҡ‑көнсығышта — Тубыл наместниклыҡтары, көнсығышта һәм көньяҡта — ҡаҙаҡ йөҙҙәре, көньяҡ‑көнбайышта — Әстерхан һәм Һарытау, көнбайышта – Ҡазан һәм Сембер, төньяҡ‑көнбайышта Вятка наместниклыҡтары м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Өфө. Майҙаны — яҡынса 318 мең км2. Халҡы 1788 й. — 572147 кеше. Ө.н. үҙ эсенә 12 өйәҙҙе алған 2 өлкәгә бүленә. Ырымбур өлк. — Быҙаулыҡ өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе, Сергиевск өйәҙе, Ырымбур өйәҙе; Өфө өлк. Боғорослан өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө өйәҙе ингән. 1784 й. Өфө өлк. составында Троицк өйәҙе ойошторола. 18 б. аҙ. 13 ҡала, 3 ҡала яны, 40 ҡәлғә, 30 биҫтә, 82 ҙур ауыл, 3408 ауыл иҫәпләнә. Халҡы башлыса малсылыҡ, игенселек, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгән. Архангел баҡыр иретеү заводы, Белорет заводы, Благовещен заводы, Богословский заводы, Богоявленск заводы, Верхотор заводы, Воскресенка заводы, Златоуст (Косотур) заводы, Йүрүҙән‑Ивановка заводы, Ҡағы заводы, Ҡананикольск заводы, Ҡуҫа заводы, Ҡытау‑Ивановка заводы, Ҡытаутамаҡ заводы, Минйәр заводы, Өҫән‑Ивановка заводы, Преображенск заводы, Үҙән заводы, Һатҡы заводы, Эҫем заводтары, Әртә заводы, Әүжән‑Петровск заводы, 10 шарап ҡыуыу заводы, 100‑ҙән ашыу поташ заводы һ.б. пр‑тиелар эшләй. Император Павел I 1796 й. 12 дек. “Дәүләтте яңынан Губерналарға бүлеү тураһында” указы м‑н Ө.н. Ырымбур губ. үҙгәртелә.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Карта: Өфө наместниклығы (1786)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: