Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАМЕСТНИКЛЫҠ

Просмотров: 1464

НАМЕСТНИКЛЫҠ, 1775— 97 йй. Рәсәйҙәге адм.‑терр. берәмек. 1775 й. Императрица Екатерина II губ. реформалары нигеҙендә ойошторола. Н. губерналар урынына индерелә, өлкәләргә һәм өйәҙҙәргә бүленә. 2—3 Н. секретарь һәм адъютанттары булған ген.‑губернатор (наместник) етәкс. иткән ген.-губернаторлыҡтарға берләшә. 1781 й. 13 июнендәге указ м‑н Өфө һәм Сембер ген.-губернаторлыҡтары ойошторола, улар составына Сембер Н. (1780 й. сент. ойошторола) һәм Өфө наместниклығы инә. Н. идара итеүсе (губернатор), 2 советник (уларҙың береһе идара итеүсенең поручигы була) һәм писарь ингән наместниклыҡ идараһы етәкселек итә. Идаралыҡта прокурор, ҡаҙна һәм енәйәт эштәре стряпчийҙары (закондарҙың теүәл үтәлеүен, тотҡондарҙы төрмәлә тотоуҙы күҙәтә, халыҡтан ришүәт һ.б. законһыҙ йыйымдар алырға маташыуҙы иҫкәртә), ер үлсәүсе, архитектор була. Өфө Н. енәйәт, гражданлыҡ, выждан судтары палаталары, Өфө ҡаҙна палатаһы һ.б. ойошторола. 1796—97 йй. император Павел I адм. реформалары нигеҙендә Н. губерналарға үҙгәртелә.

Әҙәб.: Г р а д о в с к и й А.Д. Исторический очерк учреждений генерал-губернаторств в России. СПб., 1869 й. 

Н.Л.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.07.2023