Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨСБҮЛӘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 984

ӨСБҮЛӘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 139 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы й. (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1096 кеше; 1920 – 962; 1939 – 703; 1959 – 466; 1989 – 385; 2002 – 428; 2010 – 457 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 1713 й. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк һәм Шәмшәҙе улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Ҡаҙаҡ а. (хәҙ. Ҡаҙаҡлар а.) кешеләре нигеҙ һала. 1795 й. 10 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 92 йортта – 606 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1880 й. төҙөлгән), тимерлек, тирмән, 3 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Миндәй Төпәев, Төпәевтәр ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019