Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨСӨГӘН-ӘСӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 951

ӨСӨГӘН-ӘСӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Буҙат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 53 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта Көсөгән й. (Тәтер й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 743 кеше; 1920 – 949; 1939 – 578; 1959 – 557; 1989 – 313; 2002 – 309; 2010 – 264 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһында хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. 1865 й. 60 йортта 422 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тирмән, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Т.Ә.Фәритов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: